10 Гивғаға килеп еткәндәрендә, уларҙы бер төркөм пәйғәмбәрҙәр ҡаршыланы. Шаулды Алла рухы солғап алды һәм ул башҡалар менән бергә пәйғәмбәрлек итә башланы.
Лехигә яҡынлашҡас, пелештиҙәр уны һөрән һалып ҡаршыланы. Шул саҡ Шимшонды Раббы рухы солғап алды, һәм уның ҡулындағы бауҙар, янып бөткән етен шикелле, һыпырылып төштө.
Ғоҫниилға Раббы рухы иңде һәм ул Исраилдың хакимы булды. Ғоҫниил яуға сыҡты. Раббы Арам батшаһы Кушан-Ришғаҫаимды уның ҡулына тапшырҙы һәм Ғоҫниил уны еңде.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Шаулды Алла рухы солғап алды һәм унда көслө нәфрәт уты ҡабынды.
Шемуил, зәйтүн майы һалынған мөгөҙөн алып, уны ағалары алдында мәсехләне. Ошо көндән башлап Дауытты Раббы рухы солғап алды. Ә Шемуил Рамаға ҡайтып китте.
Мин иһә Үҙемә теләгемә һәм маҡсатыма ярашлы эш итәсәк тоғро ҡаһин ҡуйырмын. Уның нәҫелен нығытырмын. Ул ғүмере буйы Минең мәсихем янында хеҙмәт итер.