6 Раббы Ханнаны әсә булыу бәхетенән мәхрүм иткәнгә күрә, көндәше Пенинна уның йәненә тейә, кәмһетә.
Яҡупҡа бала таба алмағаны өсөн Рәхилә апаһына ҡарата көнсөллөк менән янды. – Бала бир миңә, – тине ул Яҡупҡа, – юғиһә мин үләм!
Шаул ҡыҙы Михәлдең ғүмере буйына балалары булманы.
Улар түлһеҙ ҡатындарға яманлыҡ ҡылыр, Тол ҡатындарға яҡшылыҡ күрһәтмәҫ.
Бәндә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән ҡурҡмаған хәлдә лә, Сараһыҙ ҡалғанда, дуҫының мәрхәмәтенә мохтаж.
Ҡатының тере ваҡытта, уға көндәш булмаһын өсөн, уның ҡыҙ туғанына өйләнмә һәм уның менән яҡынлыҡ ҡылма.
Шунан: – Тик бер теләгем бар: һин мине бары ике айға ғына сығарып ебәр – мин, әхирәттәрем менән тауҙарға менеп, яҙмышым өсөн, ир ҡатыны була алмаясағым өсөн күҙ йәше түгәйем, – тип өҫтәне.
Раббы йортона барған һайын йылдың-йылы шулай була. Тегеһе уның йәненә тейә, быныһы илай, тамағына ашамай.
Ханна Раббыға былай тип доға ҡылды: «Раббы йөрәгемә шатлыҡ бирҙе. Раббы менән көс-ҡеүәтем артты. Дошмандар алдында ауыҙ йырам, Сөнки ҡотҡарыуыңа ҡыуанам.