5 Ханнаға айырым өлөш бирә ине, сөнки Раббы Ханнаны түлһеҙ итһә лә, Әлҡана уны нығыраҡ ярата торғайны.
Сарая түлһеҙ булды, бала таба алманы.
Ибрамдың ҡатыны Сарая бала тапманы. Хәжәр исемле бер мысыр ҡыҙы уның хеҙмәтсеһе ине.
Ә быға тиклем Раббы, Ибраһимдың ҡатыны Сара арҡаһында, Авимәләхтең йортондағы бөтә ҡатындарҙы түлдән яҙҙырғайны.
Яҡупҡа бала таба алмағаны өсөн Рәхилә апаһына ҡарата көнсөллөк менән янды. – Бала бир миңә, – тине ул Яҡупҡа, – юғиһә мин үләм!
Әммә Яҡуп асыуланып: – Мин ни эшләйем? Түлһеҙ иткән Алламы ни мин һиңә? – тип яуап бирҙе.
Йософ уларға үҙенең өҫтәленән дә һый ебәрҙе, ә Бинйәмингә ул башҡаларға ҡарағанда биш тапҡырға күберәк бирҙе. Йософ менән бергә ашап-эсеп, күңел асып ултырҙылар.
һәр береһенә өр-яңы кейем, Бинйәмингә өс йөҙ шекел көмөш һәм биш ҡат кейем бирҙе.
Әгәр берәй кешенең ике ҡатыны булһа һәм береһен яратып, икенсеһен яратмаһа, ул ҡатындарҙың икеһе лә унан ул тапһа, ә беренсе ир балаһы яратмаған ҡатынынан тыуһа,