3 Әлҡана, Күк ғәскәрҙәре Раббыһына ғибәҙәт ҡылыу һәм ҡорбан салыу өсөн, йыл һайын тәғәйен көндәрҙә үҙ ҡалаһынан Шилоға бара торғайны. Унда Ғәлиҙең ике улы, Хофни менән Пинхас, Раббының ҡаһиндары ине.
Йыл һайын өс тапҡыр Минең хөрмәтемә байрам үткәрегеҙ.
Шул рәүешле, йылына өс тапҡыр бөтә ирҙәр Хакимығыҙ Раббы хозурына баҫырға тейеш.
Бөтә ир-егеттәрегеҙ йылына өс тапҡыр бөйөк Хаким алдына – Исраил Аллаһы Раббы хозурына килеп баҫырға тейеш.
Ғайсаның атаһы менән әсәһе йыл һайын Йәрүсәлимгә Ҡотҡарылыу байрамына бара торғайны.
Бөтә ир-ат йылына өс тапҡыр – Сөсө икмәк байрамында, Аҙналар байрамында, Ҡыуыш байрамында – Аллағыҙ Раббы ҡаршыһына, Ул һайлаған урынға килергә тейеш. Бер кем дә Раббы хозурына буш ҡул менән килмәһен.
Ерҙәрҙе тулыһынса яулап алғандан һуң, Исраил йәмғиәте Шилола йыйылып, Осрашыу сатыры ҡорҙо.
Алла йорто Шилола булғанда, Дан ырыуы Михаяһ яһатҡан ботто үҙҙәрендә һаҡланы.
Улар: – Бына Шило ҡалаһында йыл да Раббы байрамы була бит. Был Бейт-Илдән төньяҡтараҡ, Бейт-Илдән Шәхәмгә бара торған юлдан көнсығышта һәм Левонанан көньяҡтараҡ, – тинеләр.
Ире Әлҡана бөтә ғаиләһе менән Раббыға йыллыҡ ҡорбандарын биреү, нәҙерҙәрен үтәү өсөн Шилоға юлланды.
Бер көндө улар Шилола ашап-эскәндән һуң, Ханна урынынан торҙо. Ғәли ҡаһин Раббы йортоноң ишеге янында ултырғыста ултыра ине.
Эфод йөрөтөүсе Ахияһ та улар араһында ине. Ул – Ихаводтың туғаны Ахитувтың улы. Ихавод иһә элек Шилола Раббының ҡаһины булған Ғәлиҙең улы Пинхастан тыуғайны. Халыҡ Йонаҫандың киткәнен белмәне.
Йыл һайын атаһы менән әсәһе ҡорбан салыр өсөн Шилоға килгәндә, әсәһе улына өҫкө кейем тегеп килтерер булды.
Улдарың Хофни һәм Пинхас менән буласаҡ хәл һинең өсөн билдә булыр: улар икеһе бер көндө үләсәк.
Улдарының Алланы хурлағанын белә тороп уларҙы тыймағаны өсөн нәҫел-ырыуын мәңгелек язаға тарттырасағым хаҡында Ғәлигә белдергәйнем инде.
Алла һандығы тартып алынды, Ғәлиҙең ике улы – Хофни менән Пинхас үлде.
Халыҡ Шилоға кешеләр ебәрҙе һәм кирубтар араһында тәхет ҡорған Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Килешеү һандығын килтерҙеләр. Ғәлиҙең ике улы Хофни менән Пинхас Алланың Килешеү һандығы янында ине.