28 Һәм бына мин уны Раббыға бирәм. Инде ғүмере буйы Раббыныҡы булһын. Шунан улар Раббыға сәждә ҡылдылар.
Шунда Ибраһимдың хеҙмәтсеһе йөҙтүбән ергә ҡапланып Раббыны данланы:
Үҙем Раббы алдына эйелеп сәждә ҡылдым. Хужамдың улына ҡустыһының ҡыҙын алыр өсөн миңә тоғро юл күрһәткән Раббыға, хужам Ибраһим Аллаһына шөкөр иттем.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ибраһимдың хеҙмәтсеһе ергә ҡапланып Раббыға сәждә ҡылды.
Эй улым, һиңә нимә әйтәйем? Ҡарынымдың емеше булған улым, нимә һөйләйем? Эй нәҙерҙәремдең улы, һиңә нимә өйрәтәйем!
Нәзирлегенең бөтә көндәрендә Раббы алдында изге ул.
Өҫтәүенә, Изге Яҙмаларҙы һин бала саҡтан уҡ беләһең бит, Ғайса Мәсихкә инаныу аша ҡотолорға улар һиңә аҡыл бирер.
Гидғон, һөйләгән төштө һәм уны юрауҙы ишетеп, Раббыға сәждә ҡылды ла исраилдар тупламына әйләнеп ҡайтты һәм: – Тороғоҙ, Раббы мидйәндәр тупламын һеҙҙең ҡулға тапшыра, – тине.
Нәҙер әйтеп, былай тине: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, мин ҡолоңдоң ҡайғыһына күҙ һалып, иҫеңә алһаң, ҡолоңдо онотмайынса бер ир бала бирһәң, уны, башына бәке лә тейҙермәйенсә, Раббыға бағышлар инем.
Ханна иһә уның менән барманы. Иренә: – Баланы имсәктән айырғас, уны Раббы хозурына үҙем алып барырмын да ул шунда ғүмерлеккә ҡалыр, – тине.
Әлҡана Рамаға, өйөнә, ҡайтып китте. Бәләкәй Шемуил Ғәли ҡаһин янында Раббыға хеҙмәт итергә ҡалды.
Ғәли Әлҡана менән ҡатынына фатиха биреп: – Алланан теләп алып, Уға биргән балаң урынына Раббы һиңә ошо ҡатыныңдан башҡа балалар бирһен, – тип әйтә торғайны. Шунан улар өйҙәренә ҡайталар ине.
– Ул саҡта ҡолоңдоң ниҙәр эшләй алғанын күрерһең, – тип яуап бирҙе Дауыт Ахишҡа. – Яҡшы, – тине Ахиш. – Шулай була икән, ғүмерлеккә һине башымды һаҡлаусы нөгәрем итеп ҡуйырмын.