24 Сабыйҙы имсәк ташлатҡас, Ханна, өс йәшлек үгеҙ, бер эфа он, бер турһыҡ шарап алып, улын Раббының Шилолағы йортона алып килде. Бала әле сабый ғына ине.
Бала үҫә төшкәс, уны күкрәктән айырҙылар. Исхаҡты күкрәктән айырған көндө Ибраһим оло мәжлес йыйҙы.
Тахпенестың һеңлеһе Һададҡа Генуваҫ исемле малай табып бирә. Фирғәүен ҡатыны Тахпенес был баланы һарайҙа үҙ балалары менән бергә тәрбиәләй.
Йәнә бер ҡисса һөйләне Ғайса: – Күктәр Батшалығы ҡатын кеше бөтә ҡамырҙы ҡабартырға тип бер ҡапсыҡ онға болғаған әсеткегә оҡшаған.
Шул сағында Аллағыҙ Раббы ниндәй урын һайлай, Уның исеме шул ерҙә булыр. Мин һеҙгә бойорған бөтә нәмәләрҙе: тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн һәм саҙаҡаларығыҙҙы, Раббыға нәҙер итеп әҙерләп ҡуйған һайланма бүләктәрегеҙҙе шунда килтерегеҙ.
Бөтә ир-ат йылына өс тапҡыр – Сөсө икмәк байрамында, Аҙналар байрамында, Ҡыуыш байрамында – Аллағыҙ Раббы ҡаршыһына, Ул һайлаған урынға килергә тейеш. Бер кем дә Раббы хозурына буш ҡул менән килмәһен.
Ерҙәрҙе тулыһынса яулап алғандан һуң, Исраил йәмғиәте Шилола йыйылып, Осрашыу сатыры ҡорҙо.