Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 1:23 - Изге Яҙма

23 – Нисек ҡулай күрәһең, шулай эшлә, – тине уға ире Әлҡана. – Имсәк ташлатҡанға тиклем ҡал. Раббы әйткәнеңде ғәмәл ҡылһын. Ҡатын өйҙә ҡалды һәм улын күкрәгенән айырғанға тиклем имеҙҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 1:23
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хәҙер инде, эй Раббы Аллам, Үҙеңдең ҡолоң һәм уның йорто тураһында әйткәнеңде мәңгелеккә нығыт, нимә әйткән булһаң, шуны бойомға ашыр.


Иртәгәһен улымды имеҙергә тип торғайным, уның үле икәнен күрҙем. Яҡтырғас, яҡшылап ҡарағайным, минең балам түгеллеген аңланым.


Үҙ ҡоломдоң һүҙҙәрен раҫлайым, Илселәрем әйткәнде бойомға ашырам, Йәрүсәлимгә: „Тиҙҙән бында халыҡ йәшәйәсәк“, Йәһүҙә ҡалаларына: „Һеҙ яңынан төҙөләсәкһегеҙ, Емеректәрегеҙ аяҡҡа баҫтырыласаҡ“, – тип әйтәм;


быны ире ишетеп тә, бер ни ҙә әйтмәһә, тыймаһа, уның бөтә нәҙере һәм үҙен бәйләгән вәғәҙәләре көсөндә булыр.


Ул көндәрҙә йөклө булған йәки имсәк балалы ҡатындарға ҡайғы!


Ғайса быны һөйләгән саҡта халыҡ араһынан бер ҡатын: – Һине ҡарынында йөрөткән, Һине имеҙгән әсәйең бәхетле! – тип ҡысҡырҙы.


– Бар, иҫән-аман йөрө. Исраил Аллаһы һорағаныңды бирә күрһен, – тип яуапланы Ғәли Ханнаға.


Шунан Шаул: – Әйҙәгеҙ, бөгөн төндә пелештиҙәр артынан төшәйек, – тине. – Таң атҡансы уларҙы талайыҡ, бер кешеләрен дә ҡалдырмайыҡ. – Үҙең нисек ҡулай күрәһең, шулай эшлә, – тине халыҡ. Әммә ҡаһин: – Алланан кәңәш һорайыҡ, – тине.


Шунан Шаул бөтә исраилдарға: – Һеҙ бер яҡҡа, улым Йонаҫан менән мин икенсе яҡҡа баҫабыҙ, – тине. Халыҡ уға: – Нисек хуп күрәһең, шулай эшлә, – тип яуап бирҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ