22 Ханна иһә уның менән барманы. Иренә: – Баланы имсәктән айырғас, уны Раббы хозурына үҙем алып барырмын да ул шунда ғүмерлеккә ҡалыр, – тине.
Раббы онотолмаҫ мөғжизәләр ҡылды, Ул мәрхәмәтле, рәхимле.
Раббыны эҙләгәндәрҙең, Яҡуп Аллаһының хозурына килгәндәрҙең Заты бына шундай. Села
Уларға ғәмәлдәренә, Яуыз эштәренә күрә ҡайтар, Ҡулдары менән ҡылғандың әжерен бир, Үҙҙәре нимәгә лайыҡ, шуны ҡыл!
хужа уны Алла хозурына килтерһен, шунда ишек янына йә ишек яңағына терәтеп баҫтырһын да ҡолаҡ япрағын беҙ менән тишһен. Шул саҡта ул хужаһына ғүмерлеккә ҡол булыр.
Тоғролоғо менән именлеге туҡтауһыҙ артыр, Ул Дауыт тәхетендә, уның батшалығында хөкөм һөрөр. Хакимлығын ғәҙеллек менән хаҡлыҡҡа ҡорор һәм нығытыр. Был бөгөндән алып мәңге дауам итер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быны Үҙ ғәйрәте менән эшләйәсәк.
Ерегеҙ бөтөнләйгә һатылмаһын, сөнки ул Минеке. Һеҙ – бары тик килмешәк һәм Минең ҡунағымһығыҙ.
Муса ҡануны буйынса таҙарыныу йолаһын үтәү ваҡыты еткәс, Раббы алдына килтереү өсөн, Мәрйәм менән Йософ Баланы Йәрүсәлимгә алып барҙы,
Бөтә ир-ат йылына өс тапҡыр – Сөсө икмәк байрамында, Аҙналар байрамында, Ҡыуыш байрамында – Аллағыҙ Раббы ҡаршыһына, Ул һайлаған урынға килергә тейеш. Бер кем дә Раббы хозурына буш ҡул менән килмәһен.
һеҙ Раббының Килешеү һандығы алдында Иордан һыуҙарының ағыуҙан туҡтап тороуын һөйләрһегеҙ. Килешеү һандығын Иордан йылғаһы аша сығарғанда, һыуҙар туҡтап ҡалды! Был таштар Исраил өсөн мәңгелек иҫтәлек булыр.
Нәҙер әйтеп, былай тине: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, мин ҡолоңдоң ҡайғыһына күҙ һалып, иҫеңә алһаң, ҡолоңдо онотмайынса бер ир бала бирһәң, уны, башына бәке лә тейҙермәйенсә, Раббыға бағышлар инем.
Һәм бына мин уны Раббыға бирәм. Инде ғүмере буйы Раббыныҡы булһын. Шунан улар Раббыға сәждә ҡылдылар.
– Аҡылһыҙҙарса эш иткәнһең, – тине Шемуил. – Аллаң Раббының бойороғон тотманың. Әгәр Алланың ҡушҡанын тыңлаған булһаң, нәҫелең Исраилда мәңге батшалыҡ итер ине.
Әлҡана Рамаға, өйөнә, ҡайтып китте. Бәләкәй Шемуил Ғәли ҡаһин янында Раббыға хеҙмәт итергә ҡалды.
Үҫмер Шемуил иһә, етен эфод кейеп, Раббыға хеҙмәт итте.
– Ул саҡта ҡолоңдоң ниҙәр эшләй алғанын күрерһең, – тип яуап бирҙе Дауыт Ахишҡа. – Яҡшы, – тине Ахиш. – Шулай була икән, ғүмерлеккә һине башымды һаҡлаусы нөгәрем итеп ҡуйырмын.
Үҫмер Шемуил Ғәлиҙең ҡулы аҫтында Раббыға хеҙмәт итте. Ул осорҙа Раббының һүҙе һирәк килә, илаһи күренмештәр ҙә йыш түгел ине.