Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 1:21 - Изге Яҙма

21 Ире Әлҡана бөтә ғаиләһе менән Раббыға йыллыҡ ҡорбандарын биреү, нәҙерҙәрен үтәү өсөн Шилоға юлланды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 1:21
7 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Балаларына һәм үҙенән һуңғы нәҫел-ырыуына дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙел хөкөм ҡылып, Раббы юлынан йөрөргә бойорһон тип, Ибраһимды һайланым. Шул саҡта Мин, Раббы, уға нимә вәғәҙә иткән булһам, шуны үтәрмен.


Йә Раббым, доғамды ишет, Ялбарыуҙарым Һиңә барып олғашһын.


Шул сағында Аллағыҙ Раббы ниндәй урын һайлай, Уның исеме шул ерҙә булыр. Мин һеҙгә бойорған бөтә нәмәләрҙе: тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн һәм саҙаҡаларығыҙҙы, Раббыға нәҙер итеп әҙерләп ҡуйған һайланма бүләктәрегеҙҙе шунда килтерегеҙ.


Үҙегеҙҙең тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн, саҙаҡаларығыҙҙы, нәҙер итеп әйткән бүләктәрегеҙҙе, үҙ ихтыярығыҙҙан сығып бирә торған ҡорбандарҙы, эре һәм ваҡ малдың тәүге үрсемен шунда алып килегеҙ.


Әгәр ҙә ки һеҙҙең Раббыға хеҙмәт иткегеҙ килмәй икән, кемгә хеҙмәт итерегеҙҙе хәҙер үк ошонда хәл итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһы аръяғында сәждә ҡылған илаһтарғамы, әллә әле һеҙ йәшәп ятҡан ерҙәге әмөриҙәрҙең илаһтарынамы? Әммә мин һәм минең нәҫелем Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ.


Әлҡана, Күк ғәскәрҙәре Раббыһына ғибәҙәт ҡылыу һәм ҡорбан салыу өсөн, йыл һайын тәғәйен көндәрҙә үҙ ҡалаһынан Шилоға бара торғайны. Унда Ғәлиҙең ике улы, Хофни менән Пинхас, Раббының ҡаһиндары ине.


Йыл һайын атаһы менән әсәһе ҡорбан салыр өсөн Шилоға килгәндә, әсәһе улына өҫкө кейем тегеп килтерер булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ