18 Ҡатын: – Мин ҡолоң күңелеңә хуш килһәм икән! – тине лә үҙ юлынан китте. Барып тамағына ашаны, йөҙө лә элекке кеүек ҡайғылы түгел ине инде.
Хәҙер минең эре һәм ваҡ малым, ишәктәрем, ҡолдарым һәм ҡолиәләрем бар. Мин һиңә, хакимыма, ошо хәбәрҙе ебәреп, ыңғай ҡарашыңа өмөт итәм».
Әйләнеп килгән сапҡындар Яҡупҡа: – Ағайың Ғаяз янында булдыҡ, – тинеләр. – Ул дүрт йөҙ кеше менән һиңә ҡаршы килә.
– Кешеләремдең бер нисәһен һинең менән ҡалдырайым, – тип тәҡдим итте Ғаяз. – Кәрәкмәҫ ул, – тип яуапланы Яҡуп. – Һинең мине яҡшы ҡабул итеүең үҙе еткән.
– Ә миңә юлда осраған ниндәй көтөү-көтөү мал ине ул? – тип һораны Ғаяз. – Был һинең мәрхәмәтеңә лайыҡ булыу өсөн, – тине Яҡуп.
Юлдары ҡараңғы, тайғаҡ булһын, Раббы фәрештәһе арттарынан баҫтырһын!
Әйҙә икмәгеңде шат күңел менән аша, шарабыңды ҡыуаныс менән эс: инде Алла һинең ғәмәлдәреңде хуш күрә!
Бығаса һеҙ Минең исемемдән бер ни ҙә һораманығыҙ. Һорағыҙ һәм алырһығыҙ, күңелдәрегеҙ шатлыҡ менән тулыр.
Изге Рухтың ҡөҙрәте менән өмөтөгөҙ артһын өсөн, өмөт биреүсе Алла һеҙҙе Үҙенә инаныу аша бөтә шатлыҡ һәм именлек менән һуғарһын.
Рут: – Миңә ҡарата рәхимлеһең, әфәндем. Һинең хеҙмәтсе ҡатындарың араһынан булмаһам да, мин ҡолоңдо тынысландырҙың, яғымлы һүҙҙәрең менән күңелемде йыуаттың, – тине.
Бер көндө Моав ҡыҙы Рут Ноғомиға: – Рөхсәт итһәң, мин, баҫыуға сығып, берәй мәрхәмәтле кеше артынан башаҡ йыйып ҡайтыр инем, – тине. – Бар, ҡыҙым, – тине Ноғоми.