17 – Бар, иҫән-аман йөрө. Исраил Аллаһы һорағаныңды бирә күрһен, – тип яуапланы Ғәли Ханнаға.
Исхаҡ ҡатыны өсөн Раббыға ялбарҙы, сөнки Рабиға түлһеҙ ине. Раббы Исхаҡтың үтенесен ишетте, ҡатыны ауырға ҡалды.
Батша уға: – Иҫән-аман йөрө, – тине. Авшалом Хевронға юлланды.
– Иҫән-аман йөрө, – тине Ильясиғин. Нағаман Ильясиғин янынан сығып, байтаҡ китеп өлгөргәйне,
Яғбес Исраил Аллаһына доға ҡылып: «Ерҙәремде киңәйтеп, миңә фатихаңды бирһәң ине, мине гелән ҡайғы-хәсрәттән, бәлә-ҡазанан һаҡлап торһаң ине!» – тип ялбара. Раббы уға һорағанын бирә.
– Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, сиреңдән ҡотолдоң, – тине уға Ғайса.
Ғайса ҡатынға тағы ла: – Һине ышаныуың ҡотҡарҙы, имен йөрө, – тине.
Ғайса уға: – Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, – тине.
Ҡаһин уларға: – Күңелегеҙ тыныс булһын. Һеҙҙең юлығыҙ Раббының күҙе алдында! – тине.
Мин ҡолоңдо йүнһеҙ ҡатын тип уйлама. Сикһеҙ ҡайғым менән һағышымды һөйләүем был.
– Нисек ҡулай күрәһең, шулай эшлә, – тине уға ире Әлҡана. – Имсәк ташлатҡанға тиклем ҡал. Раббы әйткәнеңде ғәмәл ҡылһын. Ҡатын өйҙә ҡалды һәм улын күкрәгенән айырғанға тиклем имеҙҙе.
– Иҫән-аман йөрө, – тине Йонаҫан Дауытҡа. – Раббы минең менән һинең арала, минең тоҡомом менән һинең тоҡомоң араһында мәңге булһын, тип Раббы исеме менән ант бирешкәнбеҙ.
Шунан Дауыт Авигаил килтергән ашамлыҡтарҙы алды ла: – Иҫән-аман өйөңә ҡайт. Әйткәндәреңде тыңлап, теләгеңде үтәнем, – тине.
Шуға күрә кире ҡайт. Имен-аман йөрө, пелешти хакимдарының йәнен көйҙөрмә, – тине.