15 – Юҡ, хакимым! Мин – йәне ғазаплы ҡатынмын. Шарап та, хәмер ҙә эсмәнем, Раббыма күңелемде бушатам, – тип яуап бирҙе Ханна. –
Инде йәнем ташлап сығыр хәлдә, Хәсрәт көндәре артымдан ҡыуып етте.
Йәшнәт йәшенеңде, дошмандарҙы тарат; Уҡтарыңды яуҙыр, туҙҙырып ташла уларҙы.
Унда мин Алланың ҡорбан усағына, Илаһыма – һөйөнөсөм, йыуанысыма – килермен; Арфала уйнап Һине данлармын, Эй Алла, Илаһым минең.
Сөнки Һин – минең яҡлаусым, Ҡанаттарың ышығында һөйөнөс менән көйләйем.
Минең күңелем Һиңә яғыла, Һинең уң ҡулың мине ныҡ тота.
Йөрәк үҙ һағышын үҙе белә, шатлығын да яттар менән уртаҡлашмай.
Йомшаҡ яуап асыуҙы баҫыр, ҡаты һүҙ һарыуҙы ҡайнатыр.
Сабырлыҡ хакимды ла ышандыра, йомшаҡ тел һөйәкте лә һындыра.
Тор, төндәр буйы, һаҡ алышынған һайын инәлеп һора, Бөйөк Хаким ҡаршыһында хәсрәт-ҡайғыңды түк; Ҡулыңды һон, балаларыңдың иҫән ҡалыуын ялбар, Улар урам саттарында аслыҡтан һушһыҙ йығыла.
Мин ҡолоңдо йүнһеҙ ҡатын тип уйлама. Сикһеҙ ҡайғым менән һағышымды һөйләүем был.
Исраилдар Миспала йыйылды, һыу алып, Раббы хозурында түкте һәм ул көндө ураҙа тотоп: – Беҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ, – тине. Шемуил Миспала Исраилдың хакимы булды.