13 Ханна күңеленән генә ялбара, уның тик ирендәре генә ҡыбырлай, ә тауышы ишетелмәй ине. Шунлыҡтан Ғәли уны иҫерек тип уйланы.
Батша: – Һин минән нимә теләйһең һуң? – тип һораны. Мин, Күк Аллаһына доға ҡылып,
Дауыттың мәҙхиәһе. Хаҡлығымды раҫла минең, Раббы, Сөнки намыҫлы йәшәнем; Һис икеләнеүһеҙ Раббыға ышандым.
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ халҡын яҡлар. Улар дошмандарын тар-мар итер, Һапҡысыларҙы юҡҡа сығарыр, Шарап эсеп иҫергән һымаҡ геүләшер, Ҡорбан ҡаны тулған сеүәтәләр кеүек булыр, Ҡорбан усағының мөйөштәреләй ҡанға мансылыр.
Ә ҡайһы берҙәре: – Улар шарап эсеп иҫергән, – тип көлдө.
Шулай уҡ Рух та беҙгә ярҙам итә, сөнки беҙ көсһөҙ, нимә тураһында доға ҡылырға кәрәклеген дә белмәйбеҙ, ә Рух Үҙе һүҙ менән генә аңлатып булмаҫлыҡ көрһөнөү менән беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.
Ул бөтәһенә лә түҙә, бөтә нәмәгә ышана, һәр саҡ өмөтләнә һәм сабыр итә.
Ҡатын оҙаҡ итеп Раббыға доға ҡылған мәлдә, Ғәли уның ирендәренә ҡарап ултырҙы.