1 Әфраим таулығындағы Рамаҫаим-Суфим ҡалаһында бер кеше йәшәй ине. Уның исеме Әлҡана булып, Әфраим ырыуынан Йерохамдың улы ине. Йерохам – Әлиһу, Әлиһу – Тоху, ә Тоху иһә Суфтың улы.
Сөләймәнгә ҡаршы баш күтәреүселәрҙең береһе – Әфраим ырыуының Середа ҡалаһынан Неват улы Яровғам иһә ҡасандыр батшаның яраны була торғайны. Уның атаһы Неват ул ваҡытҡа мәрхүм булһа ла, әсәһе Серуға иҫән ине.
Ахитув – Садоҡтың, Садоҡ – Шаллумдың,
Ҡыһаҫ тоҡомо: уның улы Ғамминадав, Ғамминадавтың улы – Ҡорах, Ҡорахтың улы Ассир;
Бына был хеҙмәтте улдары менән берлектә ошо кешеләр башҡара: Ҡыһаҫ нәҫеленән – Һеман йырсы, ул – Йоилдың улы, Йоил – Шемуилдың,
Шемуил – Әлҡананың, Әлҡана – Йерохамдың, Йерохам – Әлиилдең, Әлиил – Тоахтың,
Кис еткәс, Аримаҫаянан Йософ исемле бай кеше килде; ул да Ғайсаның шәкерте ине.
Һарун улы Әлғазар вафат булды. Уны улы Пинхастың биләмәһендә – Әфраим таулығындағы Пинхас Гивғаһында дәфен ҡылдылар.
Ғилғәдтәр әфраимдарҙың сигенеү юлдарын ҡаплар өсөн Иордан аша кисеүҙәрҙе ҡулдарына алды һәм, ҡасып барған әфраимдарҙан берәйһе: «Аръяҡҡа сығайым әле», – тип рөхсәт һораһа, «Һин Әфраим кешеһеме?» – тип һорар булды. Ул: «Юҡ», – тип яуаплаһа,
Әфраим таулығында Михаяһ тигән кеше йәшәй ине.
Исраилда батша булмаған ул заманда Әфраим таулығындағы алыҫ бер битләүҙә леви кешеһе йәшәй ине. Ул Йәһүҙә Бейт-Ләхәменән үҙенә йәриә алды.
Ул Әфраим таулығында Рама менән Бейт-Ил ҡалалары араһында үҫкән Девора хөрмәһе аҫтында ултырыр, үҙенә килгән исраилдарҙың дәғүәләрен хәл итер булды.
Был кешенең исеме – Әлимәләх, ҡатыныныҡы – Ноғоми, ә улдарыныҡы Махлон менән Килйон ине. Йәһүҙә биләмәһендәге Бейт-Ләхәм ҡалаһынан, Әфраҫ ерҙәренән булған был ғаилә Моав иленә күсеп килеп, шунда төйәкләнде.
Ғоведтан Ишай тыуҙы, ә Ишайҙың улы иһә – Дауыт.
Иртәгәһенә таңдан тороп Раббыға ғибәҙәт ҡылдылар ҙа Рамалағы өйҙәренә әйләнеп ҡайттылар. Әлҡана ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылды, һәм Раббы Ханнаны иҫенә төшөрҙө.
Дауыт Йәһүҙәнең Бейт-Ләхәм ҡалаһынан Әфраҫ кешеһе Ишайҙың улы ине. Ишайҙың һигеҙ улы бар ине. Шаул батшалыҡ иткән заманда Ишай өлкән йәштә ине инде.
Әлҡана Рамаға, өйөнә, ҡайтып китте. Бәләкәй Шемуил Ғәли ҡаһин янында Раббыға хеҙмәт итергә ҡалды.
Шунан Рамалағы өйөнә ҡайта, унан да Исраилға хөкөм ҡылыр булды. Шунда ул Раббыға ҡорбан усағы төҙөнө.
Шаул хеҙмәтсеһе менән Әфраим таулығын артылды, Шалиша ерен үтте, тапманы, Шағалим ерен уҙҙы – ишәктәр унда ла юҡ ине. Унан Бинйәмин еренә еттеләр – унда ла булманы.
Суфҡа килеп еткәс, Шаул хеҙмәтсеһенә: – Әйҙә боролайыҡ. Юғиһә атайым, ишәктәре өсөн борсолоуҙан туҡтап, беҙҙең өсөн хафалана башлар, – тине.