Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йырҙар йыры 8:6 - Изге Яҙма

6 Мөһөрҙәй баҫ мине йөрәгеңә, Ҡулыңдағы йөҙөк ише һаҡла. Сөнки һөйөү үлемдәй ҡөҙрәтле, Көнсөллөк үлеләр донъяһы һымаҡ аяуһыҙ. Уның уғы – дөрләп янған ялҡын!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Мөһөрҙәй баҫ мине йөрәгеңә, Ҡулыңдағы йөҙөк ише һаҡла. Сөнки һөйөү үлемдәй ҡөҙрәтле, Көнсөллөк үлеләр донъяһы һымаҡ аяуһыҙ. Уның уғы – дөрләп янған ялҡын!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Мөһөрҙәй баҫ мине йөрәгеңә, Ҡулыңдағы йөҙөк ише һаҡла. Сөнки һөйөү үлемдәй ҡөҙрәтле, Көнсөллөк үлеләр донъяһы һымаҡ аяуһыҙ. Уның уғы – дөрләп янған ялҡын!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йырҙар йыры 8:6
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан һуң ошо өсәү, пелештиҙәр тупламы аша һуғышып үтеп, Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан Дауытҡа һыу алып килә. Әммә Дауыт ул һыуҙы эсергә теләмәй, Раббы ризалығына тип ергә түгә.


Баҡ, Исраилды һаҡлаусы Ойоп та китмәҫ, йоҡламаҫ.


Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.


Йә Раббы, илеңә миһырбанлыҡ ҡылдың, Яҡуп нәҫеленә муллыҡ-именлек ҡайтарҙың.


Исраил улдарының исемдәре яҙылған ун ике таш булырға тейеш: һәр ташҡа, мөһөрҙәге шикелле, ун ике Исраил ырыуынан берәүһенең исеме сүкеп яҙылһын.


Былай эшләп, уның башына ҡуҙ өйөрһөң, Раббы һиңә әжерен Үҙе бирер.


Сөнки көнсөллөк – ирҙе ярһытҡыс бер көс ул, үс алған сағында аяп тормай.


Ялбарамын һеҙгә, эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Тапһағыҙ һөйгәнемде, әйтегеҙ уға: Мин һөйөү утында янам!


Ҡара, исемеңде Үҙемдең усыма яҙҙым. Диуарҙарың һәр саҡ күҙ алдымда.


– Барлығым менән ант итәм, – тип белдерә Раббы. – Эй Йәһүҙә батшаһы Конъяһ Йеһояҡим улы, уң ҡулымдағы мөһөр йөҙөгө булһаң да, йолҡоп ырғытыр инем Мин һине.


Ул көндө, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин һине, ҡолом Минең Шеалтиил улы Зеруббавел, алырмын, мөһөр йөҙөгө кеүек итермен, сөнки һине һайланым». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тип белдерә.


Бына, Мин Йеһошуағ алдына ҡуйған таштың ете ҡыры бар. Уның өҫтөнә бер яҙыу уйып яҙасаҡмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Бер көн эсендә был илдең ғәйебен юйып ташлаясаҡмын.


– Һарун ҡаһиндың улы Әлғазарҙан тыуған Пинхас Минең исраилдарға төшкән асыуымды баҫты. Ул исраилдар араһында башҡа илаһтарға табыныуға түҙеп торманы, юғиһә Мин ярһыуымдан уларҙы юҡ итеп бөтөргән булыр инем.


әммә нәжесләнгән ҡатындың ирендә көнсөллөк уянһа, йәки көнсөл ир тоғро ҡатынынан шикләнә башлаһа,


Ләкин мин үҙ тормошомдоң ҡәҙере өсөн ҡайғырмайым, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.


Әммә ул: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ниңә илап, йөрәгемде телгеләйһегеҙ? Мин Раббы Ғайса исеме хаҡына Йәрүсәлимдә тотҡон булырға ғына түгел, үлергә лә әҙермен, – тип яуап бирҙе.


Киреһенсә, «дошманың ас булһа, тамағын туйҙыр, һыуһаған булһа, һыуһынын ҡандыр. Былай эшләп, уның башына ҡуҙ өйөрһөң».


Мин һеҙҙе Алла көнсөллөгө менән көнләшәм. Һеҙҙе бер генә иргә – Мәсихкә йәрәштем, һәм һеҙҙе Уның алдына саф ҡыҙ кеүек килтерергә теләйем.


Ялған илаһтары менән Көнсөллөгөмә тейәләр. Мәғәнәһеҙ боттарға табынып, Мине асыуландыралар. Халыҡ булмаған бер ҡәүем менән Мин дә уларҙы көнләштерермен, Берәй алйот ҡәүем менән йәндәренә тейермен.


Ләкин Алла һалған нигеҙ ныҡлы, унда бындай һүҙҙәр яҙылған: «Раббы Үҙенекеләрҙе белә» һәм: «Раббының исемен телгә алған һәр кем яуызлыҡтан ситләшһен».


Имандаштарыбыҙ уны Бәрәс ҡаны, Уның хаҡындағы шаһитлыҡ һүҙҙәре менән еңде, хатта үлемдән дә ҡурҡманылар, үҙҙәренең йәндәрен аяманылар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ