Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йырҙар йыры 7:12 - Изге Яҙма

12 Әйҙә, һөйгәнем, ҡырға сығайыҡ, Ҡына гөлдәре араһында ҡунайыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Әйҙә, һөйгәнем, ҡырға сығайыҡ, Ҡына гөлдәре араһында ҡунайыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Әйҙә, һөйгәнем, ҡырға сығайыҡ, Ҡына гөлдәре араһында ҡунайыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йырҙар йыры 7:12
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар ҡылыстары менән түгел, Һинең ҡеүәтең менән был ерҙе яулап алды. Үҙ ҡулдары түгел, Һинең уң ҡулың Уларға еңеү килтерҙе. Уларға йөҙөңдөң нурын сәстең, Сөнки уларҙы яраттың.


Һинең менән осрашҡан саҡта Мин ана шунда, һандыҡ ҡапҡасы өҫтөндә, ике кируб араһында булырмын һәм һинең аша бойороҡтарымды Исраил халҡына еткерермен.


Мине һөйгәндәрҙе мин дә һөйәм, эҙләгәндәр мине тапмай ҡалмаҫ.


Ҡулың эшләй алғанды, көсөңдән килгәнде эшлә, сөнки һин бара торған үлеләр донъяһында эш тә, уй ҙа, белем дә, аҡыл да юҡ.


Инжир емеше һутҡа тулышҡан, Гөлгә күмелгән йөҙөм ҡыуағы Тирә-яҡҡа хуш еҫен аңҡыта. Тор, йәрем, әйҙә, гүзәлем, минең менән!»


Төлкөләрҙе тотоғоҙ, бәләкәй төлкөләрҙе! Улар йөҙөм баҡсаһын ҡорота – Әле баҡсаларыбыҙ шау сәскә.


Һайланма емештәр биргән Анар баҡсаһына оҡшайһың. Был баҡсала сөмбөлдәр, ҡына гөлдәр,


Эй төньяҡ еле, уян, Һин дә иҫ, эй көньяҡ еле! Баҡсама иҫ – хуш еҫе таралһын. Баҡсаһына килһен һөйгәнем, Иң татлы емештәремдән ауыҙ итһен!


Үҙәндәге йәшеллекте күрергә тип, Мин сәтләүек туғайына төштөм. Йөҙөм ҡыуағы япраҡҡа тумалғанмы, Анар ағасы сәскә атҡанмы?


Мин – һөйгәнемдеке, Ул бары тик мине теләй.


Башың ғорур – гүйә Кармәл тауы. Тулҡын сәсең – балҡып торған ҡарағусҡыл ҡыҙыл, Бөҙрәләрең тотҡонға алды батшаны.


Йөҙөм сәскәләрен ҡойоп, емештәре тумалғас, Уңыш өлгөргәнде көтмәйенсә, Раббы баҡсасы бысағы менән үҫентеләрҙе ҡырҡасаҡ, Үҫентеләр киҫеп алынасаҡ.


Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Паулус Барнабасҡа, үҙҙәре Раббы һүҙен вәғәзләп йөрөгән барса ҡалаларҙағы имандаштар янына барып, уларҙың хәлен белергә тәҡдим итте.


Был ғына ла түгел, Алла менән Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша маҡтанабыҙ, Уның аша беҙ хәҙер был татыулыҡты алдыҡ бит.


Үҙегеҙҙе һынағыҙ: иман менән йәшәйһегеҙме? Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ! Ғайса Мәсихтең үҙегеҙҙә булыуын белмәйһегеҙме әллә? Әгәр һынауҙы күтәрә алһағыҙ, әлбиттә.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте бөтмәҫ һөйөү менән яратыусыларҙың бөтөнөһөнә лә Алланың мәрхәмәте булһын.


Берегеҙ ҙә Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Берәй әсе тамырлы үлән үҫеп сығып, зыян килтереүенән һәм күптәрҙе зарарлауынан һаҡ булығыҙ.


Һәм тағы: «Мин Аллаға ышаныс бағлайым», – ти. Һәм: «Бына Мин һәм Алла Миңә биргән балалар», – ти.


Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхим-шәфҡәт һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу барайыҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ