Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йырҙар йыры 6:2 - Изге Яҙма

2 Һөйгәнем үҙенең баҡсаһына төштө, Еҫле гөл түтәлдәре янына. Ул шунда баҡсалар араһында йөрөр, Көтөүен лилиәләр араһында утлатыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Һөйгәнем үҙенең баҡсаһына төштө, Еҫле гөл түтәлдәре янына. Ул шунда баҡсалар араһында йөрөр, Көтөүен лилиәләр араһында утлатыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Һөйгәнем үҙенең баҡсаһына төштө, Еҫле гөл түтәлдәре янына. Ул шунда баҡсалар араһында йөрөр, Көтөүен лилиәләр араһында утлатыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йырҙар йыры 6:2
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һөйгәнем – минеке, мин – уныҡы, Көтөүҙәрен лилиәләр араһында утлата.


Һылыуым минең, кәләшем, Гүйә һин бикле баҡсаһың, Диуар менән уратылған инеш, Ҡапҡасы ябылған ҡоҙоҡ.


Эй төньяҡ еле, уян, Һин дә иҫ, эй көньяҡ еле! Баҡсама иҫ – хуш еҫе таралһын. Баҡсаһына килһен һөйгәнем, Иң татлы емештәремдән ауыҙ итһен!


Түштәрең ике болан балаһы һымаҡ, Гүйә ғәзәлдең игеҙ быҙауы Лилиәләр араһында утлай.


Баҡсама килдем, һылыуым, кәләшем минең. Миррам менән хуш еҫле үләндәремде йыйҙым, Кәрәҙемдән балымды ашаным, Һөтөм менән шарабымды эстем. Туйғансы ашағыҙ, дуҫтар! Эй ғашиҡтар, Һөйөүҙән иҫергәнсе эсегеҙ!


Яңаҡтары – хуш еҫле сәскә түтәле, Ирендәре – мирра тамып торған лилиә таждары,


Үҙәндәге йәшеллекте күрергә тип, Мин сәтләүек туғайына төштөм. Йөҙөм ҡыуағы япраҡҡа тумалғанмы, Анар ағасы сәскә атҡанмы?


Ул, көтөүсе һымаҡ, көтөүен көтөр; Бәрәстәрен, ҡулға алып, ҡуйынында йөрөтөр, Имеҙгән һарыҡтарҙы хәстәрләп әйҙәр.


Тәҡүә кеше үлеп китә – Һис кем быны күңеленә яҡын алмай. Тоғро әҙәм мәрхүм була – Ни өсөн икәнен бер кем дә аңламай. Яуызлыҡтан ҡотолһон тип, тоғро кешеләр алына –


Раббы һәр саҡ һеҙгә юл күрһәтер, Ҡороп кипкән тупраҡтарҙа туйындырыр, Тәнегеҙгә көс-ҡеүәт бирер; Мул һуғарылған баҡсалай, Мәңге ҡоромаҫ шишмәләй булырһығыҙ.


Үҫентеләр – тупраҡта, Сәселгән орлоҡтар баҡсала үҫеп сыҡҡан һымаҡ, Раббы Хакимдың да бөтә халыҡтар алдында Ғәҙеллек үҫтерәсәге һәм маҡтауға күмеләсәге хаҡ!


Уларҙы көтөргә бер генә көтөүсене, ҡолом Дауытты ҡуясаҡмын. Уларҙы көтөр, көтөүселәре ул булыр.


Һинең менән Аллаң Раббы, Һиңә ҡотолоу алып киләсәк көслө яугир! Ул һинең өсөн шатланыр һәм тантана итер, Һине мөхәббәте менән яңыртыр, Шатлыҡ йыры менән күңел асыр,


Ҡайһы ерҙә ике йәки өс кеше Минең хаҡыма йыйыла, Мин шунда улар араһында буласаҡмын.


һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Барып урын әҙерләгәс, һеҙ ҙә Минең менән бергә булһын өсөн, яңынан килеп, һеҙҙе Үҙ яныма аласаҡмын.


Атам! Һин Миңә биргән кешеләрҙең Мин барасаҡ урында Минең менән бергә булыуҙарын теләйем. Улар Һин биргән шөһрәтте күрһен: Һин бит Миңә донъя яратылғанға тиклем үк мөхәббәтеңде бирҙең.


Тәхет уртаһындағы Бәрәс уларға Көтөүсе булыр, тере һыулы шишмәләргә алып барыр, Алла уларҙың күҙендәге һәр тамсы йәште һөртөр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ