Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йырҙар йыры 1:5 - Изге Яҙма

5 Ҡарасманлығыма ҡарамағыҙ, Ҡояш мине шулай ҡарайтты. Ағайҙарым миңә асыуланып, Йөҙөм баҡсаларын ҡарауыллар өсөн ҡуйҙы, Ә үҙемдең баҡсамды һаҡлай алманым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Ҡарасманлығыма ҡарамағыҙ, Ҡояш мине шулай ҡарайтты. Ағайҙарым миңә асыуланып Йөҙөм баҡсаларын ҡарауыллар өсөн ҡуйҙы, Ә үҙемдең баҡсамды һаҡлай алманым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Ҡарасманлығыма ҡарамағыҙ, Ҡояш мине шулай ҡарайтты. Ағайҙарым миңә асыуланып, Йөҙөм баҡсаларын ҡарауыллар өсөн ҡуйҙы, Ә үҙемдең баҡсамды һаҡлай алманым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йырҙар йыры 1:5
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һинең һаҡлаусың – Раббы, Ул уң яғыңда, һинең ышығың.


Сөнки Раббы Үҙ халҡын хуш күрә, Баҫалҡыларҙы еңеү менән данлай.


Килегеҙ, күрегеҙ Раббының эштәрен, Ерҙе бушлыҡҡа әйләндергәнен.


Ҡаялар араһында, тарлауыҡтарҙа Йәшенгән күгәрсенем һин! Нурлы йөҙөңдө күрәйем, Моңло тауышыңды ишетәйем, Тауышың яғымлы, йөҙөң наҙлы.


Ғәзәлдәр һәм боландар хаҡына Ялбарамын һеҙгә, эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Беҙҙе был һөйөүҙән уятмағыҙ, ҡуҙғатмағыҙ, Танһығыбыҙ ҡанғанғаса ҡалһын.


Терәүҙәре – көмөш, һөйәнгесе – алтын. Ултырғысы ҡуйы ҡыҙыл туҡыманан. Йәрүсәлимдең ҡыҙҙары уның эсен Мөхәббәт менән биҙәгән.


Ғәзәлдәр һәм боландар хаҡына Ялбарамын һеҙгә, эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Беҙҙе был һөйөүҙән уятмағыҙ, ҡуҙғатмағыҙ, Танһығыбыҙ ҡанғанғаса ҡалһын.


Ал ҡыҙыл таҫмалай ирендәрең, Ауыҙың да гүзәл һинең! Япмаң аҫтындағы яңаҡтарың Уртаға бүленгән анар алмаһындай.


Ирендәре татлы, Үҙе иһә һәр йәһәттән килгән. Бына шундай ул минең һөйгәнем, Бына ниндәй минең дуҫым, Эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары!


Ялбарамын һеҙгә, эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Тапһағыҙ һөйгәнемде, әйтегеҙ уға: Мин һөйөү утында янам!


Тирса ҡалаһылай гүзәлһең һин, йәрем. Йәрүсәлим кеүек һөйкөмлөһөң, Байраҡтарын күтәргән ғәскәрҙәй дәһшәтлеһең.


Ялбарамын һеҙгә, эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Беҙҙе был һөйөүҙән уятмағыҙ, ҡуҙғатмағыҙ, Танһығыбыҙ ҡанғанғаса ҡалһын.


Бөйөк Хаким миңә былай тине: – Теүәл бер йыл эсендә Ҡыдарҙың бөтә даны юҡҡа сығасаҡ.


Ул Раббы алдында бер үҫенте кеүек, Ҡоро тупраҡтағы шытым һымаҡ күтәрелде. Уның ҡиәфәтендә беҙ һоҡланырҙай Күркәмлек тә, бөйөклөк тә, Беҙҙе үҙенә йәлеп итә алырҙай Һис бер нәмә юҡ ине.


Ҡыдарҙың бөтә ваҡ малы һиңә йыйылыр, Невайоҫтың һарыҡтары килтерелер, Ҡорбан усаҡтарымда күңелемә хуш ҡорбандар булыр. Үҙемдең данлы йортома тағы ла шөһрәт өҫтәрмен.


Раббыла мин бөйөк һөйөнөс табырмын, Алламда йөрәгем шатлыҡҡа сорналыр. Сөнки башына сәскә тажы кейгән кейәү, Биҙәүестәр таҡҡан килен һымаҡ, Миңә ҡотолоу кейемдәрен кейҙерҙең, Ғәҙеллек ябынсаһына төрҙөң.


Гүзәллегең хаҡында ҡәүемдәр араһында дан таралды, сөнки Мин һиңә биргән күркәмлек гүзәллегеңде камил иткәйне, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Ғәрәбстан сауҙагәрҙәре, Ҡыдар хакимдары Һинең сауҙалашың булды: Бәрәс, һарыҡ, кәзә тәкәләре менән алыш-биреш итте.


Шәкерт – остазы кеүек, ә хеҙмәтсе хужаһы кеүек булһа, шул етә. Йорт хужаһын Бәғел-Зевул тип атағандар икән, өйҙәгеләрҙе инде бигерәк тә шулай тип атарҙар.


Батша, уларҙы күрергә ингәс, унда байрам кейеме кеймәгән бер кешегә иғтибар иткән


Эй Йәрүсәлим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таш бәреп һәләк итеүсе Йәрүсәлим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисәмә тапҡыр бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ!


Ә атаһы үҙенең хеҙмәтселәренә: «Иң һәйбәт кейемдәр алып килеп уны кейендерегеҙ, бармағына йөҙөк кейҙерегеҙ, аяғына ҡата бирегеҙ,


Тормошоғоҙға Раббы Ғайса Мәсих идара итһен. Гонаһлы тәбиғәтегеҙҙең аҙғын теләктәрен ҡәнәғәтләндереү тураһында уйлауҙан туҡтағыҙ.


Беҙ Мәсихтә Алла алдында тәҡүә тип һаналһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.


Ә күктәге Йәрүсәлим ирекле, ул – беҙҙең әсәбеҙ.


Ул берҙәмлекте изгеләндереү өсөн Үҙен ҡорбан итте һәм һүҙ аша һыу менән таҙарындырҙы.


Ҡарағыҙ, Атабыҙ беҙҙе ҡайһылай ныҡ ярата: беҙҙе «Алла балалары» тип атайҙар! Эйе, беҙ – Уның балалары. Ә донъя, Алланы танымағанға күрә, беҙҙе лә белмәй.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ