9 Неват улы Яровғам менән Ахияһ улы Бағшаның нәҫеленә ни ҡылған булһам, Ахав нәҫеленә лә шуны эшләйем.
Батша булыр-булмаҫтан, Бағша Яровғамдың бөтә ғаиләһен ҡырып бөтөрҙө – Яровғамдың нәҫелен тотош юҡ итте, бер кемде лә иҫән ҡалдырманы. Раббының Шилола ҡоло Ахияһ аша әйткән һүҙҙәре бына шулай бойомға ашты.
Һинең нәҫелеңде лә Неват улы Яровғам менән Бағша улы Ахияһтың ғаиләләре кеүек үк юҡҡа сығарам, сөнки һин, Исраилды гонаһҡа батырып, Мине бик ныҡ асыуландырҙың», – тип әйтергә ҡушты.
Йеһу Ахавтың Изреғилдә тере ҡалған бөтә нәҫел-нәсәбен, түрәләрен, яҡын дуҫтарын һәм ҡаһиндарын үлтерҙе, береһен дә иҫән ҡалдырманы.