Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 9:7 - Изге Яҙма

7 Хакимың Ахавтың ғаиләһен тотош юҡ итерһең. Шулай итеп Мин Үҙемә хеҙмәт иткән пәйғәмбәрҙәремдең һәм бөтә ҡолдарымдың түгелгән ҡандары өсөн Изевелдән үс алам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 9:7
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Изевел Раббының пәйғәмбәрҙәрен ҡырған саҡта, Ғовадъяһ йөҙ пәйғәмбәрҙе иллешәрләп-иллешәрләп ике мәмерйәгә йәшерҙе һәм икмәк, һыу менән тәьмин итеп торҙо.


Навоҫтың таш бәреп үлтерелеүен ишетеү менән Изевел Ахавҡа: – Бар, Навоҫтың һиңә көмөшкә лә һатырға теләмәгән баҡсаһына хужа бул, – тине. – Ул инде тере түгел, үлде.


Раббы һиңә: «Башыңа бәлә ебәрәм, һине һепереп түгәм. Исраилда нәҫелеңдән бер ир заты ла ҡалмаҫ. Иреклеме, ҡолмо – барыһын да юҡ итәм.


Бығаса Ахав һымаҡ бер кемдең дә шул ҡәҙәрле Раббы күҙендә яман булған эштәргә бирелгәне юҡ ине. Ҡатыны Изевел уны гел генә ҡотортоп торҙо.


Белегеҙ, Раббының Ахав нәҫеленә ҡарата әйткән бер генә һүҙе лә бойомға ашмай ҡалманы, Раббы ҡоло Ильяс аша ни белдергән булһа, шуларҙың барыһын да ғәмәл ҡылды, – тине.


Йеһу Ахавтың Изреғилдә тере ҡалған бөтә нәҫел-нәсәбен, түрәләрен, яҡын дуҫтарын һәм ҡаһиндарын үлтерҙе, береһен дә иҫән ҡалдырманы.


Раббы ихтыяры буйынса Ахазъяһ, Йорам янына килеп, үлемен шунда табырға тейеш була. Бында килгәс, улар Йорам менән бергәләп Нимши улы Йеһуҙы ҡаршы алырға сығалар. Йеһуҙы Раббы Ахав йортон юҡ иттерер өсөн һайлап алған була.


һеҙгә бер-бер артлы ебәреп торған ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙең әйткәндәренә быға тиклемге кеүек ҡолаҡ һалмаһағыҙ,


Шулай итеп, тәҡүә Һабил ҡанынан алып, һеҙ ҡорбан усағы менән Изге йорт араһында үлтергән Бәрәхъяһ улы Зәкәрьяһтың ҡанына тиклем, ер йөҙөндә түгелгән бөтә тәҡүә кешеләрҙең ҡаны һеҙҙең башығыҙға төшәсәк.


Һөйөклөләрем, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ, Алла асыуына урын ҡалдырығыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Ҡон ҡайтарыу – Минән. Әжерен Үҙем бирермен, – ти Раббы».


Хакимлыҡ итеүсе һинең мәнфәғәтең өсөн Аллаға хеҙмәт итә. Әгәр яуызлыҡ ҡылаһың икән – унан ҡурҡ, юҡҡа ғына ҡылыс тағып йөрөмәй бит. Ул, Алла хеҙмәтсеһе булараҡ, яуызлыҡ ҡылыусыларҙы Алланың асыуына дусар итеп яза бирә.


Ҡон ҡайтарыу – Минән, әжерен Үҙем бирермен. Ваҡыт еткәс, улар һөрөнөп йығылыр, Сөнки уларҙың һәләкәт көнө яҡын, Тәҡдирҙәре уларға ҡаршы ашыға“.


Эй ҡәүемдәр! Уның халҡы менән бергә шатланығыҙ, Сөнки ҡолдарының ҡаны өсөн Дошмандарынан үс алыр, Үҙенең ерен һәм халҡын паклар».


«Ҡон ҡайтарыу – Минән, әжерен Үҙем бирермен» һәм тағы «Раббы Үҙ халҡын хөкөм итәсәк» тип Әйтеүсене беҙ беләбеҙ.


Эй күк, уның хәленә ҡыуан, изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ, сөнки һеҙҙе ҡала нисек хөкөм итһә, Алла уны шулай хөкөм итте.


Уның хөкөмдәре хаҡ һәм ғәҙел, сөнки Ул үҙенең фәхешлеге менән ерҙе боҙоҡлоҡҡа килтергән бөйөк фәхишәне хөкөм итте һәм Үҙ ҡолдарының ҡаны өсөн унан үс алды.


Әммә һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: үҙен пәйғәмбәр тип атап, фәхешлеккә һәм ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ризыҡты ашарға өйрәтеп йөрөгән Изевел исемле ҡатынға Минең ҡолдарымды гонаһҡа этәреүгә юл ҡуяһың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ