Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 9:6 - Изге Яҙма

6 Йеһу, урынынан тороп, өйгә инде. Йәш пәйғәмбәр зәйтүн майын Йеһуҙың башына ҡойҙо ла былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Һине халҡым Исраилға батша итеп мәсехләнем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 9:6
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунда Садоҡ ҡаһин менән Наҫан пәйғәмбәр уны Исраилға батша итеп мәсехләһен. Унан борғо ҡысҡыртып: «Йәшәһен Сөләймән батша!» – тип тәбрикләгеҙ.


Һиңә илтифат менән ҡараған, Исраил тәхетенә батша итеп ултыртҡан Аллаң Раббы мөбәрәк булһын! Раббы Исраилға булған мәңгелек тоғро мөхәббәте хаҡына, хаҡ хөкөм ҡылһын, ғәҙеллекте яҡлаһын, тип һине батша итеп ҡуйған.


Яровғамға ҡайтып әйт, Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин һине халыҡ араһынан айырып алып, халҡым Исраилға етәксе итеп ҡуйҙым.


– Мин һине, саң-туҙандан күтәреп, халҡым Исраилға хаким итеп ҡуйҙым. Ә һин Яровғамдың яман юлын ҡыуҙың, халҡым Исраилды гонаһҡа батырҙың һәм улар үҙҙәренең гонаһтары менән Минең асыуымды ҡабартты.


Нимши улы Йеһуҙы иһә Исраилға батша итеп мәсехлә, Авел-Мехолалағы Шафат улы Ильясиғинды үҙеңдең урыныңа пәйғәмбәрлеккә бағышла.


Инде ҡолоң Һин Үҙеңә һайлап алған халыҡтың, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ бөйөк халыҡтың араһында.


Шунан һауыттағы зәйтүн майын башына ҡой ҙа: «Раббы һиңә: „Мин һине Исраилға батша итеп мәсехләнем“, тип белдерә», – тиерһең дә ишектән сыға һалып йүгерерһең.


Унда яу баштарының бер урында кәңәшләшеп ултырғанын күрҙе. – Һиңә әйтәһе хәбәрем бар ине, яу башы, – тине ул. – Ҡайһыбыҙға өндәшәһең? – тип һораны Йеһу. – Һиңә, яубашы, – тип яуапланы егет.


Раббы ихтыяры буйынса Ахазъяһ, Йорам янына килеп, үлемен шунда табырға тейеш була. Бында килгәс, улар Йорам менән бергәләп Нимши улы Йеһуҙы ҡаршы алырға сығалар. Йеһуҙы Раббы Ахав йортон юҡ иттерер өсөн һайлап алған була.


Әйтер: «Мин Сионға, изге тауыма, Үҙемдең батшамды ултырттым».


Ҡаһарман яугирҙәр үҙҙәре яумал булды, Улар үлем йоҡоһона талды, Һуғышсыларҙың ҡул күтәрер көсө ҡалманы.


Раббы әйтә: «Мин Кирҙы уң ҡулынан тотоп торам. Халыҡтарҙы уға буйһондорор өсөн, Батшаларҙы ҡоралһыҙландырам. Уның алдында ишектәр асыҡ тора, Ҡапҡалар ябылмай». Раббы Үҙе мәсехләгән кешегә – Кирға былай ти:


Ул заман һәм йылдарҙы үҙгәртә, Батшаларҙы тәхеттән төшөрөп, тәхеткә ултырта, Аҡыллыға – аҡыл, аңлыларға белем бирә.


Һин төшөңдә күргән ҡеүәтле һәм бөйөк, башы күктәргә олғашҡан, ерҙең һәр тарафынан күренеп торған,


Ер йөҙөндә йәшәүселәр Уға бер ни түгел; Күк көстәре һәм ер мәхлүктәре менән Үҙе теләгәнсә эш итә Ул. Һис кем уның ҡулын туҡтата алмаҫ, Бер кем Уға: «Ни эшләүең был?» – ти әйтә алмаҫ.


Шемуил, май һауытын алып, Шаулдың башына зәйтүн майы ҡойҙо. Шунан Шаулды үбеп, былай тине: – Раббы һине Үҙенең биләмәһе булған Исраилға хаким итеп мәсехләй.


Раббы ярлыландырыр ҙа, байытыр ҙа, Түбән дә төшөрөр, күтәрер ҙә.


Ярлыны саң-туҙандан ҡалҡытыр, Хәйерсене сүплектән күтәрер. Затлылар ҡорона ултыртып, Дан тәхетен мираҫ итеп бирер. Сөнки ерҙең нигеҙе – Раббыныҡы, Уның өҫтөнә донъяны ҡорҙо.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ