5 Унда яу баштарының бер урында кәңәшләшеп ултырғанын күрҙе. – Һиңә әйтәһе хәбәрем бар ине, яу башы, – тине ул. – Ҡайһыбыҙға өндәшәһең? – тип һораны Йеһу. – Һиңә, яубашы, – тип яуапланы егет.
Унда барғандан һуң, Нимшиҙың ейәне, Йеһошафаттың улы Йеһуҙы тап. Уны иптәштәре араһынан саҡырып ал да төпкө бүлмәгә алып ин.
Йәш пәйғәмбәр Ғилғәд Рамоҫына юлланды.
Йеһу, урынынан тороп, өйгә инде. Йәш пәйғәмбәр зәйтүн майын Йеһуҙың башына ҡойҙо ла былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Һине халҡым Исраилға батша итеп мәсехләнем.
Әммә, Гилгалдағы боттар тәңгәленә еткәс, кире боролдо. Ул Ғәғлонға: – Эй батша, минең һиңә әйтер серем бар, – тип мөрәжәғәт итте. – Шым, – тине уға Ғәғлон. Уның эргәһендә торған кешеләр бүлмәнән сыҡты.