35 Әммә Изевелде ерләргә барған кешеләр уның баш һөйәге һәм аяҡ-ҡулдарынан башҡа бер нәмәһен дә тапманылар.
Изреғил биләмәһендә Изевелдең мәйетен эттәр ашар, уны ерләүсе булмаҫ». Йәш пәйғәмбәр ошоларҙы әйтеп бөттө лә тиҙ генә ишектән сығып йүгерҙе.
Шунан һарайға инеп ашаны, эсте. Һуңынан: – Ул ҡәһәр төшкән ҡатынды ерләгеҙ, нисек кенә булмаһын, батша ҡыҙы бит әле ул, – тип бойорҙо.
Кире килеп был хаҡта Йеһуға әйттеләр. – Раббының Үҙенең ҡоло Тишбе кешеһе Ильяс пәйғәмбәр аша әйткән һүҙҙәре бойомға ашты, – тине Йеһу. – Ул: «Изевелдең мәйетен Изреғил ерендә эттәр тамаҡлаясаҡ, – тип белдергәйне. –
Һәләкәт залимдар өсөн, Бәлә хаҡһыҙлыҡ ҡылғандар өсөн түгелме ни?
Берәүҙең йөҙ балалы булыуы, оҙон ғүмер кисереүе мөмкин, ләкин ул күпме генә йәшәһә лә, шул ғүмеренең рәхәтен күрмәһә, йәки хөрмәтләп ерләнмәһә, минеңсә, үле тыуған баланың тәҡдире уныҡынан яҡшыраҡ.
Уны үлгән ишәк кеүек күмәсәктәр – Һөйрәкләп Йәрүсәлим ҡапҡаһынан Тышҡа сығарып бырғарҙар».
Шуның өсөн Раббы Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим тураһында былай ти: „Уның нәҫеленән Дауыт тәхетендә һис кем ултырмаясаҡ. Мәйете көндөҙгө эҫелә лә, төнгө һалҡында ла ерләнмәйенсә ятасаҡ.
Һируд Алланы дан-шөһрәткә күммәгән өсөн Раббының бер фәрештәһе ҡапыл уға килтереп һуҡты. Эсенән ҡорттар ашап, Һируд йән бирҙе.