32 Йеһу тәҙрәгә туп-тура төбәлеп: – Кемегеҙ минең яҡлы? – тип ҡысҡырҙы. Һарай әһелдәренең икәү-өсәүһе үрелеп ҡарағас:
Йеһу ҡала ҡапҡаһынан килеп ингәс, Изевел уға: – Именһеңме, эй хакимын үлтергән Зимри? – тип ҡысҡырҙы.
– Ырғытығыҙ уны аҫҡа! – тип бойорҙо. Һарай әһелдәре батшабикәне аҫҡа бырғаны. Изевелдең ҡаны һарай диуарына һәм аттарға сәсрәне. Йеһу уның кәүҙәһен яу арбаһы менән тапап үтеп китте.
Хакимың Ахавтың ғаиләһен тотош юҡ итерһең. Шулай итеп Мин Үҙемә хеҙмәт иткән пәйғәмбәрҙәремдең һәм бөтә ҡолдарымдың түгелгән ҡандары өсөн Изевелдән үс алам.
Шул саҡ утыҙҙың башлығы Ғамасайҙы рух сорнап ала һәм ул былай ти: – Эй Дауыт, беҙ һинекеләр! Эй Ишай улы, беҙ һинең менән! Именлек һиңә, именлек! Һиңә ярҙам итеүселәр ҙә имен булһын! Һиңә ярҙам итеүсе Аллаң Үҙе бит! Шул саҡ Дауыт уларҙы ҡабул итә лә ғәскәр башлығы итеп ҡуя.
Һәр ҡаланы ҡалҡан һәм һөңгөләр менән тәьмин итә, уларҙы бик ныҡ нығыта. Йәһүҙәләр һәм бинйәминдәр уның ҡул аҫтында ҡала.
Етенсе көндө шараптан күңеле ирәйеп киткән Ахашверош батша үҙенә хеҙмәт иткән Меһуман, Биззета, Харвона, Бигҫа, Авагҫа, Зеҫар, Каркас исемле ете алашарға
Батша янына барырға нәүбәт Мордехайҙың ағаһы Авихаилдың етем ҡалғас үҙе тәрбиәләп үҫтергән ҡыҙы Эстерға еткәс, Эстер батша ҡатындарын бағыусы батша алашары Гегай кәңәш иткәндән башҡа бер нәмә лә алманы. Эстерҙы күргән һәр кеше уға һоҡлана ине.
Шулай итеп, Мордехай батша ҡапҡаһы янында ултырған саҡта, батшаның ишек һаҡсыһы булып хеҙмәт иткән ике алашар – Бигҫан менән Тереш, батшаға асыуланып, уға ҡул һалырға ниәтләне.
Бөтә бойороҡтарыңдан күҙемде алмаҫ, Шул ваҡытта һис оятҡа ҡалмаҫ инем.
Тупламдың ҡапҡа төбөнә баҫып, Муса: – Кемдәр Раббы яҡлы? Минең яныма килегеҙ! – тип бойорҙо. Бөтә Леви нәҫеле уның тирәһенә йыйылды.
Һируд Тир һәм Сидон ҡалалары халҡына бик асыулы ине. Ә был ҡалалар, аҙыҡ-түлек менән Һирудтың биләмәләренән тәьмин ителгәнгә күрә, бергәләшеп батшаға вәкилдәр ебәрҙеләр. Улар, батша һарайына идара иткән Бластосты үҙ яҡтарына ауҙарып алғандан һуң, тыныслыҡ һоранылар.