ІV Батшалар 9:27 - Изге Яҙма27 Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ быларҙы күреп, Бейт-Һагган ҡалаһына табан ҡаса башланы. Артынан ҡыуа төшкән Йеһу: – Уны ла үлтерегеҙ! – тип ҡысҡырҙы. Үҙенең арбаһындағы Ахазъяһты Йивлеғамға етәрәк, Гур ҡалҡыулығында уҡтан атып яраланылар. Ул йәрәхәтләнгән килеш Мегиддоға барып етте лә, шунда үлде. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |