26 «Кисә Мин Навоҫ менән уның улдарының ҡанын күрҙем. Ант итеп әйтәм, Мин һине ошо баҫыуҙа язалаясаҡмын», – тигәйне. Раббының шул һүҙҙәренә ярашлы, Йорамдың мәйетен Навоҫтың баҫыуына ташла, – тине.
Унан ике йүнһеҙ әҙәм килеп, Навоҫтың ҡаршыһына ултырҙы ла: – Навоҫ Алла менән батшаны хурланы, – тип шаһитлыҡ итте. Шунан Навоҫты ҡаланан тышҡа алып сыҡтылар ҙа таш бәреп үлтерҙеләр.
Һин уға, Раббы былай тип әйтә, тиген: «Нимә, үлтерҙең дә, инде баҡсаһына хужа булырға йөрөйһөңмө? Эттәр Навоҫтың ҡанын ҡайһы урында ялаған, һинең ҡаныңды ла шунда ялаясаҡ».
– Ат егегеҙ! – тип бойорҙо Йорам. Уның яу арбаһына ат ектеләр. Исраил батшаһы Йорам менән Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ, һәр ҡайһыһы үҙенең яу арбаһында, Йеһуға ҡаршы сыҡты. Улар Изреғил кешеһе Навоҫтың биләмәһендә осрашты.
Йеһу ярҙамсыһы Бидҡарға: – Мәйетте ал да изреғилле Навоҫтың баҫыуына алып барып ырғыт, – тип бойорҙо. – Хәтерләйһеңме, һинең менән бергә Йорамдың атаһы Ахав артынан килгән сағыбыҙҙа, Раббы Ахав тураһында:
Арамиҙар уны ауыр яралы хәлдә ҡалдырып китә, әммә ярандары, Йеһоядағ ҡаһиндың улының ҡанын түккән өсөн, уны ятҡан түшәгендә үлтерә. Йоаш шулай үлә. Уны Дауыт ҡалаһында ерләйҙәр, әммә батшалар зыяратына ҡуймайҙар.
Әммә уларҙың балаларына ҡағылмай, сөнки Муса китабындағы ҡанунда Раббы былай тип бойора: «Аталар балаларының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, балалар аталарының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, һәр кем үҙ гонаһы өсөн үҙе үлемгә дусар ителһен».
Сөнки түгелгән ҡандың ҡонон ҡайтарыр, иҫендә тотор, Иҙелгәндәрҙең зарын онотмаҫ.
Уларға табынып сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.
Һеҙ: «Ни өсөн улы атаһының ғәйебе өсөн яуап бирмәй?» – тип һорайһығыҙ. Сөнки был улан ғәҙел һәм тоғро булғанды эшләй, Минең бөтә ҡағиҙәләремде үтәй, уларҙы бойомға ашыра. Әлбиттә, был кеше йәшәйәсәк.
Бихисап халыҡтарҙы юҡ итеп, Үҙ йортоңдо һин хурлыҡҡа ҡалдырҙың, Гонаһың өсөн ғүмерең менән яуап бирерһең.
Аталар балаларының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, балалар аталарының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, һәр кем үҙ гонаһы өсөн үҙе үлемгә дусар ителһен.
Уларға табынып, сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.