22 – Именлек менән килеүеңме? – тип һораны Йорам Йеһуҙы күргәс. – Әсәйең Изевелдең боттарға табыныуы, сихыр ҡылыуы дауам итә икән, ниндәй именлек булһын? – тине Йеһу.
Ә хәҙер бөтә Исраил халҡын минең яныма Кармәл тауына йыйҙыр. Бәғелдең Изевел табынында ашап-эскән дүрт йөҙ илле пәйғәмбәре һәм алиһә Ашераға табынған дүрт йөҙ пәйғәмбәр ҙә шунда килһен.
Изевел Раббының пәйғәмбәрҙәрен ҡырған саҡта, Ғовадъяһ йөҙ пәйғәмбәрҙе иллешәрләп-иллешәрләп ике мәмерйәгә йәшерҙе һәм икмәк, һыу менән тәьмин итеп торҙо.
Бығаса Ахав һымаҡ бер кемдең дә шул ҡәҙәрле Раббы күҙендә яман булған эштәргә бирелгәне юҡ ине. Ҡатыны Изевел уны гел генә ҡотортоп торҙо.
Һыбайлы Йеһуға ҡаршы сабып барҙы ла: – Батша: «Именлек менән киләһегеҙме?» тип һорай, – тине. – Был һинең эшең түгел, – тип яуапланы Йеһу. – Әйҙә, минең арттан төш! Күҙәтсе илсенең сапҡынсыларға барып еткәнен, әммә кире боролоп ҡайтмағанын хәбәр итте.
ә Исраил батшаларына эйәрҙең. Ахав нәҫеле Исраилды аҙҙырған кеүек, һин Йәһүҙә менән Йәрүсәлим халҡын сит илаһтарға табынырға өндәнең. Өҫтәүенә, һин ҡустыларыңды, атайыңдың улдарын, үлтерттең, ә улар һинән яҡшыраҡ ине.
Һөйөр ваҡыт һәм нәфрәтләнер ваҡыт, Һуғыштың ваҡыты һәм тыныслыҡтың ваҡыты бар.
Үтә сибәр, сихри көскә эйә булған Фәхишә Ниневенең боҙоҡлоғонан килеп сыҡты былар. Ҡәүемдәрҙе аҙғынлығы менән, Халыҡтарҙы тылсымы менән үҙенә әсир итте.
Яҡтыртҡыстың уты ла һиндә күренмәҫ, кейәү менән кәләш тауыштары ла инде бынан ары ишетелмәҫ. Сауҙагәрҙәрең ерҙә бөйөк булды, тылсымыңа бөтә халыҡтар ҙа алданды.
ерҙәге батшалар уның менән зина ҡылды, сауҙагәрҙәр самаһыҙ зиннәт-байлығынан байыны.
Шемуил Раббы әйткәнсә эшләне – Бейт-Ләхәмгә килде. Ҡаланың аҡһаҡалдары ҡурҡышып уға ҡаршы сыҡты. – Именлек менән килдеңме? – тип һоранылар.