20 – Илсе барып етте, әммә кире боролманы, – тип хәбәр итте күҙәтсе батшаға. – Ҡотороноп сапҡанына ҡарағанда, Нимши улы Йеһуға оҡшаған.
– Алдағыһының йүгереүе Садоҡ улы Ахимағастыҡына оҡшаған, – тине күҙәтсе. – Ул – яҡшы кеше, һәйбәт хәбәр менән киләлер, – тине батша.
Бәғелгә табыныусыларҙы Хазаил үлтерә башлар. Хазаилдың ҡылысынан ҡотолғандарҙы Йеһу, Йеһуҙың ҡылысынан ҡотолғандарҙы Ильясиғин юҡ итер.
Шунан: – Әйҙә минең менән, Раббы өсөн нисек йән атып тороуымды күрерһең, – тип яу арбаһында Самарияға алып китте.
Икенсе һыбайлыны ебәрҙеләр. Ул да былар алдына килеп: – Батша: «Именлек менән киләһегеҙме?» тип һорай, – тине. – Был һинең эшең түгел, – тип яуапланы Йеһу. – Әйҙә минең арттан төш!
Унда барғандан һуң, Нимшиҙың ейәне, Йеһошафаттың улы Йеһуҙы тап. Уны иптәштәре араһынан саҡырып ал да төпкө бүлмәгә алып ин.
Ҡулың эшләй алғанды, көсөңдән килгәнде эшлә, сөнки һин бара торған үлеләр донъяһында эш тә, уй ҙа, белем дә, аҡыл да юҡ.
Ҡара, күрек менән ҡуҙ өрҙөргән, Үҙ маҡсаты өсөн ҡорал әҙерләгән Тимерсене Мин яраттым, Юҡ итһен тип емереүсене лә Мин бар ҡылдым.
Уны көнсығыштан һәм төньяҡтан килгән хәбәрҙәр ҡурҡытыр, һәм ул асыу-ярһыу менән, күптәргә емереклектәр һәм һәләкәттәр килтереп, шул яҡҡа йүнәлер.
Башҡаларҙың ил-йорттарын баҫып алыр өсөн Донъяның дүрт тарафын айҡап сапҡан Аяуһыҙ һәм етеҙ ҡәүем халдейҙарҙы күтәрәм.
Ер өҫтөнән асыу-ярһыу менән гиҙҙең, Асырғанып ҡәүемдәрҙе тапаланың.