2 Унда барғандан һуң, Нимшиҙың ейәне, Йеһошафаттың улы Йеһуҙы тап. Уны иптәштәре араһынан саҡырып ал да төпкө бүлмәгә алып ин.
Иҫән ҡалғандары Афеҡҡа, ҡала эсенә ҡасты. Әммә уларҙың өҫтөнә ҡала диуары ҡоланы һәм егерме ете мең кеше шуның аҫтында ҡалып үлде. Бен-Һадад үҙе бер өйҙән икенсе өйгә ҡасып йөрөнө.
– Быны һин ҡайҙа йәшенергә белмәйенсә, иң төпкө бүлмәлә боҫоп ултырған көндө белерһең, – тип яуапланы Михаяһ.
Йеһу хеҙмәттәштәре янына сыҡты. Араларынан береһе: – Имен-аманмы? Был тиленең һиндә ниндәй йомошо бар? – тип һораны. – Уның кем икәнен, нимәләр һөйләй алғанын һеҙ үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ, – тине Йеһу.
Нимшиҙың ейәне, Йеһошафаттың улы Йеһу Йорамға ҡаршы фетнә күтәрҙе. Ул саҡта Йорам менән Исраил ғәскәре Ғилғәд Рамоҫында Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы тора ине.
– Илсе барып етте, әммә кире боролманы, – тип хәбәр итте күҙәтсе батшаға. – Ҡотороноп сапҡанына ҡарағанда, Нимши улы Йеһуға оҡшаған.
Унда яу баштарының бер урында кәңәшләшеп ултырғанын күрҙе. – Һиңә әйтәһе хәбәрем бар ине, яу башы, – тине ул. – Ҡайһыбыҙға өндәшәһең? – тип һораны Йеһу. – Һиңә, яубашы, – тип яуапланы егет.