12 – Һин нимәлер йәшерәһең. Уның нимә тип әйткәнен һөйлә әле, – тиештеләр. Йеһу ул йәш пәйғәмбәрҙең: «Раббы былай тип әйтә: „Мин һине Исраилға батша итеп мәсехләнем“», – тигәнен һөйләп бирҙе.
Нимши улы Йеһуҙы иһә Исраилға батша итеп мәсехлә, Авел-Мехолалағы Шафат улы Ильясиғинды үҙеңдең урыныңа пәйғәмбәрлеккә бағышла.
Йеһу хеҙмәттәштәре янына сыҡты. Араларынан береһе: – Имен-аманмы? Был тиленең һиндә ниндәй йомошо бар? – тип һораны. – Уның кем икәнен, нимәләр һөйләй алғанын һеҙ үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ, – тине Йеһу.
Хеҙмәттәштәре шунда уҡ өҫ кейемдәрен сисеп Йеһуҙың аяҡ аҫтына, баҫҡысҡа түшәнеләр ҙә борғо ҡысҡыртып: – Йеһу батша булды! – тип иғлан иттеләр.
Шемуил, май һауытын алып, Шаулдың башына зәйтүн майы ҡойҙо. Шунан Шаулды үбеп, былай тине: – Раббы һине Үҙенең биләмәһе булған Исраилға хаким итеп мәсехләй.