ІV Батшалар 8:5 - Изге Яҙма5 Гехази батшаға пәйғәмбәрҙең үлгән баланы терелткәне хаҡында һөйләгәндә, үҙенең йортон һәм баҫыуын ҡайтарыуҙы һорап, улы терелгән ҡатын килеп инде. – Хакимым батша, – тине Гехази. – Ана мин һөйләгән ҡатын. Ә эргәһендә Ильясиғин терелткән улы тора. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Батша ҡатындан һораша башланы. Ҡатын барыһын да бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Шунан һуң батша һарай әһелдәренең береһен саҡырып, ҡатындың эштәрен яйға һалыуҙы хәстәрләргә ҡушты. – Был ҡатындың бар мөлкәтен һәм ул илдән сығып киткәндән алып бөгөнгө көнгә ҡәҙәр уның ере биргән уңышты ҡайтарып бирһендәр, – тип бойорҙо.