Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 8:29 - Изге Яҙма

29 Йорам батша Арам батшаһы Хазаил менән һуғышҡанда алған яраларын дауаларға Изреғилгә ҡайтты. Йәһүҙә батшаһы Йеһорам улы Ахазъяһ Ахав улы Йорамдың хәлен белешергә тип Изреғилгә килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 8:29
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бер яугир, төҙәп тормайынса уҡ атып ебәргәйне, Исраил батшаһын яраланы. Уҡ һарайтаһының йөйө аша барып ҡаҙалғайны. Ахав яу арбаһын йөрөтөүсеһенә: – Атыңды бор, мине яу яланынан алып сыҡ, йәрәхәтләндем, – тине.


Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһтың туғандарына тап булды. Уларҙан: – Һеҙ кем булаһығыҙ? – тип һораны. – Беҙ Ахазъяһтың туғандары. Батша улдарының һәм батша әсәһенең улдарының хәлен белергә китеп барабыҙ, – тип яуапланы улар.


Ахазъяһ Исраил батшаһы Йорам Ахав улы менән бергә Ғилғәд Рамоҫына Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы яуға барҙы. Был һуғышта арамиҙар Йорамды яраланы.


Ильясиғин пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән берәүһен саҡырып алды ла уға: – Юлға әҙерлән, бынау зәйтүн майлы һауытты алып, Ғилғәд Рамоҫына бар, – тине. –


Нимшиҙың ейәне, Йеһошафаттың улы Йеһу Йорамға ҡаршы фетнә күтәрҙе. Ул саҡта Йорам менән Исраил ғәскәре Ғилғәд Рамоҫында Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы тора ине.


Уларҙың биләмәһенә Изреғил, Кесуллоҫ, Шунем,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ