27 Ахав нәҫеле менән туғанлашҡанға күрә, Ахазъяһ та Ахав йортоноң юлын ҡыуҙы, Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылды.
Ҡатыны Ахавтың ҡыҙы булғанлыҡтан, Йеһорам, Ахав нәҫеле һымаҡ, Исраил батшаларының юлын ҡыуҙы, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.
Шуны белдем, әжәлдән дә әсерәге ҡатын-ҡыҙ икән: ул үҙе – тоҙаҡ, йөрәге – ау, ә ҡулдары – бығау. Аллаға күркәм булған әҙәм унан ҡасып ҡотола, гонаһлы бәндә иһә уның тоҙағына эләгә.