Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 8:24 - Изге Яҙма

24 Йеһорам вафат булып ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ата-бабалары янында ерләнде. Унан һуң улы Ахазъяһ батша булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 8:24
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөләймән вафат булып, ата-бабалары хозурына күскәс, атаһы Дауыт ҡалаһында ерләнде. Уның урынына тәхеткә улы Рехавғам ултырҙы.


Яровғам егерме ике йыл батша булды. Үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, урынына улы Надав тәхеткә ултырҙы.


Рехавғам үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, Дауыт ҡалаһында аталары янында ерләнде. Әсәһе ғаммон ҡыҙы Нағама ине. Рехавғам урынына тәхеткә улы Авиям ултырҙы.


Дауыт донъя ҡуйып, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ерләнде.


Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһтың туғандарына тап булды. Уларҙан: – Һеҙ кем булаһығыҙ? – тип һораны. – Беҙ Ахазъяһтың туғандары. Батша улдарының һәм батша әсәһенең улдарының хәлен белергә китеп барабыҙ, – тип яуапланы улар.


Амасъяһтың мәйетен, атта Йәрүсәлимгә алып ҡайтып, Дауыт ҡалаһында ата-бабалары янында ерләнеләр.


Йоҫам үлеп, ата-балалары хозурына күсте һәм боронғо бабаһы Дауыттың ҡалаһында ата-бабалары янында ерләнде. Урынына улы Ахаз батша булды.


Ахаз үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ата-бабалары янында ерләнде. Уның урынына улы Хизкияһ батша булды.


Йеһорамдың ҡалған бөтә ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.


Хеҙмәтселәре уны яу арбаһында Йәрүсәлимгә алып ҡайтты һәм Дауыт ҡалаһында ата-бабалары янында үҙ төрбәһенә дәфен ҡылды.


Йеһошафаттың улы – Йеһорам, Йеһорамдың улы – Ахазъяһ, Ахазъяһтың улы – Йоаш,


Йеһошафат вафат булып, ата-бабаларына ҡушыла һәм Дауыттың ҡалаһында үҙенең ата-бабалары янына дәфен ҡылына. Уның урынына улы Йеһорам тәхеткә ултыра.


Улар Йәһүҙәгә табан юллана, уға бәреп инә һәм батша һарайында табылған барлыҡ мөлкәтте, шулай уҡ улдарын һәм ҡатындарын алып китә. Уның кинйәһе Йеһоахаздан башҡа улы ҡалмай.


Утыҙ ике йәшендә тәхеткә ултырған Йеһорам Йәрүсәлимдә һигеҙ йыл батшалыҡ итә, ул мәрхүм булғас, илаусы-һыҡтаусы табылмай. Уны Дауыт ҡалаһында дәфен ҡылһалар ҙа, батшалар төрбәһенә ҡуймайҙар.


Шулай булһа ла, Раббы Дауыт менән төҙөлгән килешеү хаҡына Дауыт йортон һәләк итергә теләмәй, сөнки уға, шәмең һәр ваҡыт янып торор, тип вәғәҙә биргән була.


Ғәрәптәр менән бергә йәһүҙиҙәр тупламына һөжүм иткән баҫҡынсылар Йеһорамдың өлкән улдарын үлтереп киткән була. Шул сәбәпле Йәрүсәлим халҡы Йеһорам урынына уның кинйә улы Ахазъяһты батша итеп ҡуя. Шулай итеп, Йәһүҙә тәхетенә Йеһорам улы Ахазъяһ ултыра.


Ул, Рама ҡалаһында Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы һуғышҡанда алған яраларын дауаларға, Изреғилгә ҡайта. Йәһүҙә батшаһы Йеһорам улы Ахазъяһ иһә йәрәхәтләнгән Ахав улы Йорамдың хәлен белешергә тип Изреғилгә килә.


Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһты – Йеһоахаздан тыуған Йоаштың улын – Бейт-Шәмәштә әсиргә ала ла уны Йәрүсәлимгә килтерә һәм ҡала диуарының Әфраим ҡапҡаһынан алып Мөйөш ҡапҡаһына тиклемге дүрт йөҙ терһәк оҙонлоғондағы араһын емертә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ