23 Йеһорамдың ҡалған бөтә ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Сөләймән батшалыҡ иткән замандарҙа булған башҡа хәлдәр, уның башҡарған эштәре һәм аҡылы тураһында «Сөләймәндең йылъяҙмаһы» китабында яҙылған.
Рехавғамдың башҡа эштәре, ул ҡылған бөтә ғәмәлдәр тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Асаның барлыҡ ғәмәлдәре, батырлыҡтары, ул төҙөгән ҡалалар «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Өлкәнәйгәс, Аса аяҡтары ауыртыуҙан яфаланды.
Йоаш батшаның ярандары уға ҡаршы мәкер ҡорҙо. Уларҙың икеһе – Йозакар Шимғаҫ улы менән Йозавад Шомер улы – Силлаға барған юлда, Бейт-Миллола батшаны үлтерҙе. Йоаш Дауыт ҡалаһында, аталары янына ерләнде. Урынына улы Амасъяһ тәхеткә ултырҙы.
Амасъяһтың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Йоҫамдың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Ғазаръяһтың башҡа ғәмәлдәре «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Ахаздың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Хизкияһтың башҡа ғәмәлдәре, уның ҡаһарманлығы, быуа һәм һыу үткәргес эшләткәне, ҡалаға һыу индергәне тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Менашшеның ҡалған бөтә ғәмәлдәре, ул ҡылған гонаһтар тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Амондың ҡалған бөтә ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Йошияһтың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Йеһояҡимдың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Ошо ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем Эдом Йәһүҙәгә буйһонмай. Шул осорҙа Ливна ҡалаһы ла баш күтәрҙе.
Йеһорам вафат булып ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ата-бабалары янында ерләнде. Унан һуң улы Ахазъяһ батша булды.