3 Был мәлдә ҡала ҡапҡаһы эргәһендә махау ауырыулы дүрт кеше ултыра ине. Улар бер-береһенә: – Нимә тип беҙ бында үлем көтөп ултырабыҙ?
Арам батшаһының Нағаман тигән ғәскәр башлығы бар ине. Хакимы уны ифрат ныҡ хөрмәт итә һәм ололай торғайны, сөнки Раббы уларға Нағаман аша еңеү биргәйне. Нағаман бик ҡаһарман яугир ине, тик махау ауырыуынан йонсоно.
Ҡалаға инәйек тиһәк, унда аслыҡ – үләсәкбеҙ. Бында ултырһаҡ та шул уҡ үлем. Әйҙә арамиҙар тупламына барайыҡ. Тере ҡалдырһалар, йәшәрбеҙ; үлтерһәләр – үлербеҙ, – тине.
Тап шул ваҡытта батша Алла бәндәһенең хеҙмәтсеһе Гехазиҙан Ильясиғин ҡылған бөйөк ғәмәлдәр тураһында һорашып ултыра ине.
Раббы, Бабил батшаһына хеҙмәт итмәгән һәр ҡәүем ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан үләсәк, тип киҫәтте бит. Ни өсөн һиңә һәм халҡыңа һәләк булырға?
«Нишләп ултырабыҙ һаман? – ти Йәһүҙә халҡы. – Тороғоҙ, ҡасайыҡ нығытмалы ҡалаларға, Шунда үлемебеҙҙе көтөп алырбыҙ! Аллабыҙ Раббы әжәлгә дусар итте, Эсергә ағыулы һыу бирҙе, Сөнки Уға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ.
Болот сатыр өҫтөнән күтәрелгәс, Мирйәмде, ҡар кеүек булып, махау ауырыуы ҡаплап алғайны. Һарун Мирйәмгә боролғайны, уның махаулы икәнен күрҙе.
Раббы Мусаға: – Әгәр атаһы уның йөҙөнә төкөрһә, ул ете көн хурлыҡта йөрөргә тейеш булыр ине түгелме? – тип яуап ҡайтарҙы. – Шулай булғас, уны ете көнгә тупламдан ҡыуығыҙ, шунан ҡайтыр.