18 Барыһы ла Алла бәндәһе батшаға әйткәнсә булды: «Иртәгә ошо мәлдә Самария ҡапҡаһы янында ике сеа арпа һәм бер сеа иң һәйбәт он бер шекел көмөшкә һатыласаҡ», – тип әйткәс,
Раббының ҡөҙрәтенән килмәҫ эш бармы? Мин әйтелгән ваҡытта, икенсе йыл ошо мәлдә килгәндә, Сараның улы буласаҡ.
Шунан Ильясиғинға кеше ебәрҙе. Был мәлдә пәйғәмбәр ҡаланың аҡһаҡалдары менән өйөндә ултыра ине. Теге килгәнгә тиклем үк уларға: – Күрерһегеҙ, был үлтереүсе минең башымды ашарға кеше ебәргән. Ул бәндә килеү менән ишекте ябығыҙ, эскә индермәгеҙ. Уның артынан уҡ хакимы батша үҙе килеп етәсәк! – тине.
батшаның был яраны: «Раббы күк ҡабағын асҡан хәлдә лә былай булаһы түгел», – тип яуап ҡайтарғайны. Алла бәндәһе иһә: «Был хәлде үҙ күҙҙәрең менән күрерһең, тик бер тәғәмен ҡабырға ла насип булмаҫ», – тигәйне.
Үҙ ҡоломдоң һүҙҙәрен раҫлайым, Илселәрем әйткәнде бойомға ашырам, Йәрүсәлимгә: „Тиҙҙән бында халыҡ йәшәйәсәк“, Йәһүҙә ҡалаларына: „Һеҙ яңынан төҙөләсәкһегеҙ, Емеректәрегеҙ аяҡҡа баҫтырыласаҡ“, – тип әйтәм;