17 Батша ҡала ҡапҡаһын һаҡларға үҙен оҙатып йөрөгән иң яҡын яранын билдәләгәйне. Тышҡа атлыҡҡан халыҡ уны ҡапҡа эргәһендә тапап үлтерҙе. Алла бәндәһе был хаҡта алдан, батша уның янына килгәндә әйткәйне.
Тик Раббы миңә бер генә нәмәне ғәфү итә күрһен: батшам илаһ Риммондың ҡорамына табынырға барған ваҡытта миңә таянған саҡта, уның менән бергә ергә йөҙтүбән ҡапланғаным өсөн Раббы мин ҡолоңдо ярлыҡаһын.
Шунан Ильясиғинға кеше ебәрҙе. Был мәлдә пәйғәмбәр ҡаланың аҡһаҡалдары менән өйөндә ултыра ине. Теге килгәнгә тиклем үк уларға: – Күрерһегеҙ, был үлтереүсе минең башымды ашарға кеше ебәргән. Ул бәндә килеү менән ишекте ябығыҙ, эскә индермәгеҙ. Уның артынан уҡ хакимы батша үҙе килеп етәсәк! – тине.
Батшаның оҙатып йөрөгән иң яҡын яраны Алла бәндәһенә яуап итеп: – Раббы күк ҡабағын асҡан хәлдә лә былай булаһы түгел, – тине. – Был хәлде үҙ күҙҙәрең менән күрерһең, тик бер тәғәмен ҡабырға ла насип булмаҫ, – тине Ильясиғин.
– Ырғытығыҙ уны аҫҡа! – тип бойорҙо. Һарай әһелдәре батшабикәне аҫҡа бырғаны. Изевелдең ҡаны һарай диуарына һәм аттарға сәсрәне. Йеһу уның кәүҙәһен яу арбаһы менән тапап үтеп китте.
Раббының ҡулы был тау өҫтөндә булыр. Моав иһә тиреҫкә тапалған һалам һымаҡ ҡалыр.
Быға ҡарап: «Аллаң Раббы ҡайҙа һинең?» – Тигән дошманым хурланыр, Шунда үҙ күҙем менән күрермен уның Урам батҡағы ише аяҡ аҫтында тапалғанын.
Ә Алла Улын аяҡ аҫтына һалып тапаған һәм ҡасандыр үҙе изгеләнгән килешеү ҡанын мыҫҡыл итеп мәрхәмәт Рухын кәмһеткән кеше, һеҙҙеңсә, ни ҡәҙәр ҡаты язаға лайыҡ?
Исраил ғәскәре Бинйәмин яугирҙәрен ҡамауға алып, Гивғаның көнсығышындағы ерҙәргә тиклем туҡтауһыҙ эҙәрләп бара.