Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 7:15 - Изге Яҙма

15 Улар арамиҙар ғәскәре эҙенән Иордан йылғаһына тиклем барҙы. Юл буйынса арамиҙар ҡасҡан ваҡытта ташлап киткән кейем-һалым һәм башҡа нәмәләр аунап ята ине. Кире ҡайтып, был хаҡта батшаға хәбәр иттеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 7:15
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Аттарҙы ике яу арбаһына ектеләр һәм батша бер нисә кешене: – Барығыҙ, ни булғанын белеп ҡайтығыҙ, – тип арамиҙар ғәскәре артынан оҙатты.


Самария халҡы ҡаланан сығып, арамиҙар тупламын талай башланы. Әйбер шул тиклем күп ине, шуға күрә хас та Раббы әйткәнсә булды: бер сеа иң һәйбәт он һәм ике сеа арпа бер шекел көмөшкә һатылды.


Эсемлектәр һәр төрлө алтын кәсәләрҙә бирелә, батшаның йомартлығы шул саҡлы ине – шарапты теләгәнеңсә эсергә була.


– Тире урынына тире! – тип яуапланы шайтан. – Йәнен һаҡлап ҡалыр өсөн әҙәм бер нәмәһен дә ҡыҙғанмай.


Эҙләр ваҡыт һәм юғалтыр ваҡыт, Һаҡлар ваҡыт һәм ташлар ваҡыт бар;


Яза көнөндә Алыҫтан өҫтөгөҙгә ҡаза килгәндә ни эшләрһегеҙ? Ярҙам һорап кемгә барырһығыҙ? Байлығығыҙҙы ҡайҙа йәшерерһегеҙ?


Ул көндө кешеләр, ер йөҙөн тетрәтер өсөн ҡалҡҡан Раббының дәһшәте һәм бөйөк шөһрәтенән ҡурҡып, Табыныр өсөн яһаған алтын һәм көмөш боттарын Һуҡыр сысҡан һәм ярғанаттарға ташлап, Ҡаялағы ярыҡтарға, тарлауыҡтарға боҫасаҡ.


Бөтөн нәҫеленең шөһрәте уның өҫтөндә булыр. Балаларының һәм ейәндәренең даны – сеүәтәләрҙән алып табаҡтарға тиклем барлыҡ һауыт-һаба, ҡаҙаҡҡа эленгән һымаҡ, уға эленеп торасаҡ».


Ул көндө һәммәгеҙ ҙә, енәйәтсел ҡулығыҙ менән яһаған Алтын-көмөш боттарығыҙҙан баш тартып, бырғаясаҡһығыҙ.


Ҡылған бөтә гонаһтарығыҙҙы ташлағыҙ. Үҙегеҙ өсөн яңы йөрәк, яңы рух булдырығыҙ! Ни өсөн һеҙгә үлергә, эй Исраил нәҫеле?


Әгәр кеше бөтөн донъяны ҡаҙанып та, йәнен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? Йәнен ҡайтарып алыр өсөн ул нимә түләй ала?


Беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа шаһиттар шул тиклем күп, шуға күрә юлыбыҙҙа торған бөтә ҡаршылыҡтарҙы, беҙҙе сырмап алған гонаһтарҙы алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ