Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 7:10 - Изге Яҙма

10 Самарияға кире килеп, ҡапҡа һаҡсыларын саҡырҙылар ҙа уларға: – Арамиҙарҙың тупламына барғайныҡ. Унда бер кем дә юҡ, тып-тын. Аттары менән ишәктәре генә бәйле тора. Сатырҙарын да, нисек бар, шулай ташлап киткәндәр, – тип һөйләп бирҙеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 7:10
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күҙәтсе йүгереп килгән тағы бер кешене күреп ҡалды ла ҡапҡа ҡарауылсыһына: – Тағы берәү йүгереп килә, – тип ҡысҡырҙы. – Был да хәбәр менән килә, – тине батша.


Һаҡсылар был хәбәрҙе батша һарайына еткерҙе.


Артабан иһә: – Яңылыш эшләйбеҙ беҙ, – тиештеләр. – Был һөйөнөслө хәбәрҙе еткермәйенсә таңға саҡлы көтһәк, ғәйепкә тарырбыҙ. Әйҙәгеҙ, батша һарайына барып әйтәйек.


Шулай уҡ башҡа ҡәрҙәштәрен – Зәкәрьяһты, Бенде, Яғазиилды, Шемирамоҫты, Йехиилды, Ғунниҙы, Әлиавты, Бенаяһты, Мағасеяһты, Маттиҫъяһты, Әлифлеһуҙы, Миҡнияһты һәм ҡапҡа һаҡсылары Ғовед-Эдом менән Йеғиилды уларға ярҙамға ҡуя.


шулай уҡ Ғовед-Эдом менән уның алтмыш һигеҙ туғанын ҡалдыра. Йедуҫун улы Ғовед-Эдом менән Хосаны ҡапҡа һаҡсыһы итеп ҡуя.


Нимәнән булһа ла нәжесләнгән кеше инә алмаһын өсөн Раббы ҡорамы ҡапҡаһы төбөнә һаҡсылар ҡуя.


Ҡорамға артылыусылар йыры. Ниндәй бәхетле Раббынан ҡурҡҡан, Уның юлында йөрөгән әҙәм!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ