30 Ҡатындың әйткәнен ишеткәс, батша хәсрәтенән кейемен йыртҡылап ташланы. Ул ҡала диуарының өҫтөндә торғанлыҡтан, халыҡ уның эстән ҡыл кейем кейгәнен күрҙе.
Был һүҙҙәрҙе ишетеп, Ахав кейемдәрен йыртҡылап ырғытты, ҡыл кейем кейҙе, уны хатта йоҡлағанда ла сисмәне, ураҙа тотто, бошонҡолоҡҡа төшөп йөрөнө.
Шунан батша һарайы башлығы Хилҡияһ улы Әлъяҡим, кәтип Шевна һәм батшалыҡтың йылъяҙмасыһы Асаф улы Йоах ҡайғынан кейемдәрен йыртып, Хизкияһҡа барҙылар һәм баш вәзирҙең һүҙҙәрен һөйләп бирҙеләр.
Был хаҡта ишеткәс, Хизкияһ батша кейемдәрен йыртып ташланы ла, ҡыл туҡыма уранған килеш, Раббы йортона йүнәлде.
Хатты уҡығас, Исраил батшаһы йәне көйөүҙән кейемдәрен йыртҡыслап ташланы. – Үлтерергә һәм терелтергә ҡөҙрәте булған Алламы ни мин! Нишләп ул миңә махау сиренән һауыҡтырырға кеше ебәреп ята? Күреп торорһоғоҙ, миңә бәйләнергә сәбәп эҙләй ул, – тип ҡысҡырып ебәрҙе.