28 Шулай ҙа: – Нимә булды һуң? – тип һораны. – Анау ҡатын миңә: «Улыңды бир. Әйҙә бөгөн уны ашайыҡ, иртәгә минекен ашарбыҙ», – тигәйне.
Алла ир баланың тауышын ишетте. Алла фәрештәһе күктән Хәжәргә: – Һиңә ни булды, Хәжәр? – тип өндәште. – Ҡурҡма, балаңдың илаған тауышын Алла ишетте.
– Нимә булды? – тип һораны батша. – Мин тол ҡатын, ирем үлде, – тине ҡатын. –
– Раббы ярҙам итмәгәндә, мин һиңә нисек ярҙам итә алам? Ырҙында ашлығым, иҙгестә шарабым бармы әллә? – тине батша.
Раббы мәрхәмәтле, ғәҙел, Аллабыҙ беҙҙең рәхимле.
Күренмештәр үҙәнлеге тураһында әүлиәлек. Эй ҡала халҡы, ни булды, Бөтәгеҙ ҙә өй түбәләренә менгәнһегеҙ?
Раббы иһә: «Әсә имеҙгән сабыйын онотамы һуң? – тине. – Йөрәк түренән сыҡҡан балаһын йәлләмәйме? Хатта әсә үҙ балаһын онота ҡалһа ла, Мин һине бер ваҡытта ла онотмам.
Наҙлы әсәләр үҙ ҡулы менән үҙ балаларын бешерҙе – Һәләкәткә дусар халҡыма улар ашамлыҡ булды.
Ата-әсәләр үҙ балаларын, балалар иһә үҙ ата-әсәләрен ашаясаҡ. Мин һинең уртала хөкөм ҡыласаҡмын, ә иҫән ҡалғандарығыҙҙың һәммәһен һәр тарафҡа елдәргә таратасаҡмын.
Аслыҡтан улдарығыҙҙы, ҡыҙҙарығыҙҙы ашарһығыҙ.
«Түлһеҙ ҡатындар, бала тапмаған, бала имеҙмәгән ҡатындар бәхетле!» – тип әйтер көндәр етеп килә.
Улар Дан ырыуы кешеләренә ҡысҡыра-ҡысҡыра килә ине, тегеләр боролоп, Михаяһтан: – Һиңә нимә кәрәк? Шул тиклем кеше йыйғанһың? – тип һораны.
Ире Әлҡана иһә: – Ханна! – тиер ине. – Һин ниңә илайһың, нишләп ашамайһың? Ни өсөн шул тиклем өҙгөләнәһең? Мин һинең өсөн ун улдан да артығыраҡ түгелме ни?