27 – Раббы ярҙам итмәгәндә, мин һиңә нисек ярҙам итә алам? Ырҙында ашлығым, иҙгестә шарабым бармы әллә? – тине батша.
Иордан аръяғындағы Горен-Атадҡа барып еткәс, улар күмәкләшеп ҡысҡырып илай-илай матәм йолаһын үткәрҙеләр. Йософ атаһы өсөн ете көн йәш түкте.
Бер көн Исраил батшаһы ҡала диуары буйлап йөрөгәндә, ниндәйҙер ҡатын: – Хакимым батша, миңә ярҙам итһәңсе, – тип ялбарҙы.
Шулай ҙа: – Нимә булды һуң? – тип һораны. – Анау ҡатын миңә: «Улыңды бир. Әйҙә бөгөн уны ашайыҡ, иртәгә минекен ашарбыҙ», – тигәйне.
Ҡорамға артылыусылар йыры. Ниндәй бәхетле Раббынан ҡурҡҡан, Уның юлында йөрөгән әҙәм!
Ул китек күңелдәрҙе бөтәйтә, Йәрәхәттәрҙе бәйләй.
Сөнки Һин – минең яҡлаусым, Ҡанаттарың ышығында һөйөнөс менән көйләйем.
Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Бөтә тауҙарға баш булыр, Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Бөтә ҡәүемдәр уға ағылыр.
Раббы былай ти: «Өмөтөн әҙәм затына бағлаған, Фани бәндәнең көсөнә ышанған, Йөрәге Раббынан ситкә боролған кеше ләғнәтле.