26 Бер көн Исраил батшаһы ҡала диуары буйлап йөрөгәндә, ниндәйҙер ҡатын: – Хакимым батша, миңә ярҙам итһәңсе, – тип ялбарҙы.
Аслыҡ башланып, Мысыр халҡы фирғәүенгә ашлыҡ һорап ялбарырға тотонғас, ул: – Барығыҙ, Йософтан һорағыҙ, Йософ ни әйтһә, шуны эшләгеҙ, – тине.
Теҡоғанан килгән ҡатын батша янына инде. Йөҙө менән ергә ҡапланды ла: – Эй батшам, ярҙам ит! – тип өндәште.
Ҡамау шул тиклем оҙаҡ булды ки, ҡалала ҡаты аслыҡ башланды, хатта бер ишәк башы һикһән шекел көмөшкә, сирек кав күгәрсен тиҙәге биш шекел көмөшкә һатыла ине.
– Раббы ярҙам итмәгәндә, мин һиңә нисек ярҙам итә алам? Ырҙында ашлығым, иҙгестә шарабым бармы әллә? – тине батша.
Яза көнөндә Алыҫтан өҫтөгөҙгә ҡаза килгәндә ни эшләрһегеҙ? Ярҙам һорап кемгә барырһығыҙ? Байлығығыҙҙы ҡайҙа йәшерерһегеҙ?
Ошо уҡ ҡалала бер тол ҡатын да ғүмер иткән, һәм ул хөкөмдар янына килеп: «Мине дошманымдан яҡла», – тип ялбарған.
– Исраилдар, ярҙам итегеҙ! Үҙенең өйрәтеүҙәре менән бөтөн ерҙә халҡыбыҙға, ҡанунға һәм был урынға ҡаршы ҡуйған кеше – ошо. Етмәһә, мәжүсиҙәрҙе Алла йортона алып килеп, был изге урынды мәсхәрә итте! – тип ҡысҡырҙылар.