25 Ҡамау шул тиклем оҙаҡ булды ки, ҡалала ҡаты аслыҡ башланды, хатта бер ишәк башы һикһән шекел көмөшкә, сирек кав күгәрсен тиҙәге биш шекел көмөшкә һатыла ине.
Аслыҡ башланып, Мысыр халҡы фирғәүенгә ашлыҡ һорап ялбарырға тотонғас, ул: – Барығыҙ, Йософтан һорағыҙ, Йософ ни әйтһә, шуны эшләгеҙ, – тине.
Ильяс Ахавҡа китте. Самарияла бик ҡаты аслыҡ ине.
Дүртенсе айҙың туғыҙынсы көнөнә ҡалала аслыҡ шул тиклем көсәйҙе, халыҡтың бер тәғәм ризығы ла ҡалманы.
Бер көн Исраил батшаһы ҡала диуары буйлап йөрөгәндә, ниндәйҙер ҡатын: – Хакимым батша, миңә ярҙам итһәңсе, – тип ялбарҙы.
Төн ине әле. Батша тороп ярандарына: – Арамиҙарҙың ниәтен беләм мин, – тине. – Уларға беҙҙең аслыҡтан интеккәнебеҙ билдәле. Шуға күрә тупламдарын ташлап ҡырҙа йәшенгәндәр ҙә беҙҙең ҡаланан сыҡҡанды көтәләрҙер. Сығыуыбыҙ булыр, беҙҙе тереләй тотоп алырҙар, ҡаланы ҡулға төшөрөрҙәр.
Ҡалаға инәйек тиһәк, унда аслыҡ – үләсәкбеҙ. Бында ултырһаҡ та шул уҡ үлем. Әйҙә арамиҙар тупламына барайыҡ. Тере ҡалдырһалар, йәшәрбеҙ; үлтерһәләр – үлербеҙ, – тине.
Ҡырға сығам – ҡылыстан ҡырылғандар ята, Ҡалаға инәм – аслыҡтан ғазапланғандарҙы күрәм! Пәйғәмбәрҙәр ҙә, ҡаһиндар ҙа ил буйлап Нимә эшләргә белмәй йөрөйҙәр».
Ана, Йәрүсәлимде яулап алыр өсөн халдейҙар уның диуарҙары янына уратып уба өйҙөләр. Инде ҡала алынасаҡ, ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғынға дусар булып, дошмандар ҡулына төшәсәк. Әйткәндәрең тормошҡа ашты, Һин быны Үҙең дә күреп тораһың.
Ризыҡ менән һыу наҡыҫлығы арҡаһында кешеләр бер-береһенә ҡото осоп ҡараясаҡ, гонаһтары эсендә ҡоро һөйәккә ҡалып үләсәк.
Һеҙҙе туйындырған ризыҡты юҡ итермен. Икмәгегеҙҙе ун ҡатын бер мейестә бешереп, үлсәп бирер – ашарһығыҙ, әммә туя алмаҫһығыҙ.