24 Байтаҡ ваҡыт үткәс, арами батшаһы Бен-Һадад бөтә ғәскәрен туплап, Самарияға һөжүм итте һәм уны ҡамап алды.
Арам батшаһы Бен-Һадад бөтә ғәскәрен тупланы ла аттары, һуғыш арбалары, үҙенә ҡушылған утыҙ ике батша менән барып Самария ҡалаһын ҡаманы һәм уға ҡаршы һуғыш башланы.
Арам батшаһы яу арбаларының утыҙ ике башлығына: – Башлыҡмы ул, ябай яугирме – алышып тормағыҙ, бары Исраил батшаһы менән генә һуғышығыҙ! – тип бойорғайны.
Ашшур батшаһы Исраил ерҙәренә һөжүм итте һәм, Самарияға килеп, уны өс йыл ҡамалышта тотто.
Хизкияһ батшалығының дүртенсе, йәғни Исраил батшаһы Эла улы Һошеяғтың етенсе йылында, Ашшур батшаһы Шалманасар Самарияға һөжүм итте һәм ҡаланы ҡамап алды.
Сидкияһ хакимлығының туғыҙынсы йылында, унынсы айҙың унынсы көнөндә Бабил батшаһы Навуходоносор, бөтә ғәскәре менән килеп, Йәрүсәлимдең әйләнәһенә туплам булып урынлашты һәм уратып уба ҡорҙо.
Дүртенсе айҙың туғыҙынсы көнөнә ҡалала аслыҡ шул тиклем көсәйҙе, халыҡтың бер тәғәм ризығы ла ҡалманы.
Арам батшаһының, Исраил менән һуғыш хәлендә булған сағында, ярандарын йыйып кәңәш ҡора һәм: «Тупламымды ошондай-ошондай урында ҡорормон», – тип белдерә торғайны.
Ҡалаға инәйек тиһәк, унда аслыҡ – үләсәкбеҙ. Бында ултырһаҡ та шул уҡ үлем. Әйҙә арамиҙар тупламына барайыҡ. Тере ҡалдырһалар, йәшәрбеҙ; үлтерһәләр – үлербеҙ, – тине.
Ильясиғин Дамаскка килде. Был осорҙа Арам батшаһы Бен-Һадад ауырып ята ине. Батшаға Алла бәндәһенең ҡалала икәнен хәбәр иттеләр.
Бына бәләкәй генә бер ҡала, халҡы ла күп түгел. Бер ҡөҙрәтле батша уға һуғыш аса һәм, бейек убалар ҡороп, ҡамауға ала.
Хазаилдың һарайына ут төртәм, Ялҡын Бен-Һадад ҡәлғәһен ялмап йотор!
Һеҙҙе йәшәгән урынығыҙҙа ҡамауға алыр, һеҙ ышанған бейек һәм ныҡлы диуарҙарығыҙҙы емерер, Аллағыҙ Раббы һеҙгә биргән ерҙәге бөтә ҡалаларығыҙҙа һеҙҙе ҡыҫырыҡлар.