Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 6:15 - Изге Яҙма

15 Алла бәндәһенең хеҙмәтсеһе иртәнсәк тороп сыҡҡайны, ҡаланың яу арбалары, һыбайлыларҙан торған ғәскәр тарафынан ҡамап алынғанын күрҙе. – Харап булдыҡ, хакимым! Хәҙер нимә эшләйбеҙ инде? – тип һораны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 6:15
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ильясиғин кире боролоп, һабанға егелгән ике үгеҙҙе салды. Һуҡаһын яғып ит бешерҙе. Итте кешеләргә таратып бирҙе. Халыҡ шул итте ашаны. Ильясиғин иһә Ильяс артынан эйәрҙе, уға хеҙмәт итә башланы.


– Бында Раббының пәйғәмбәре юҡмы? – тип һораны Йеһошафат. – Уның аша Раббынан кәңәш һорар инек. – Шафат улы Ильясиғин бында. Ильястың ҡулына ул һыу ҡоя торғайны, – тип яуапланы Исраил батшаһының ярандарынан берәү.


Алла бәндәһе Ильясиғиндың хеҙмәтсеһе Гехази: «Хужам был арами Нағамандың бүләктәрен алмайынса, бигерәк еңел ебәрҙе. Тере Раббы шаһит: артынан барып, берәй нәмә һорап ҡалайым әле», – тип уйланы.


Шуға күрә Нағамандың махау сире мәңгелеккә һиңә һәм тоҡомоңа күсһен. Гехази пәйғәмбәр янынан ҡарҙай ағарып махау ауырыулы булып сыҡты.


Батша унда һыбайлыларҙан һәм яу арбаларынан торған ҙур ғәскәр ебәрҙе. Төн йөҙөндә килеп ҡаланы ҡаманылар.


– Ҡурҡма, беҙҙең менән булғандар уларҙыҡына ҡарағанда күберәк, – тине Ильясиғин.


Шунда берәүһенең балта башы ысҡынып китте лә йылғаға батты. – Аһ, хакимым, – тип ҡысҡырып ебәрҙе теге. – Уны мин кешенән генә алып торған инем.


Аллабыҙ беҙҙең! Һин Үҙең уларға хөкөмөңдө ҡылһаңсы! Был тиклем ҙур көскә ҡаршы торорлоҡ хәлебеҙ юҡ, беҙ ни ҡылырға ла белмәйбеҙ. Беҙҙең күҙҙәребеҙ бары Һиңә төбәлгән!


Юҡһа яттар миңә ҡаршы ҡалҡты, Аяуһыҙҙар мине үлтерергә теләй, Улар һанламай Алланы. Села


Муса үҙенең ярҙамсыһы Йушағ менән бергә юлға сыҡты һәм Алла тауына күтәрелде.


– Эй, иманы аҙҙар, ниңә улай ҡотоғоҙ осто? – тине Ғайса уларға. Ул тороп елде лә, күлде лә тыйҙы. Тәрән тынлыҡ урынлашты.


Утрауҙағы Саламис ҡалаһына килгәс, йәһүдтәрҙең ғибәҙәтханаларында Алла һүҙен вәғәзләнеләр. Яхъя ла улар менән ине, ярҙам итеп йөрөнө.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ