Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 6:12 - Изге Яҙма

12 – Беребеҙ ҙә түгел, хакимым батша, – тип яуап ҡайтарҙы ярандарының береһе. – Исраилда йәшәгән Ильясиғин пәйғәмбәр хатта йоҡо бүлмәңдә һөйләгән хәбәреңде лә белеп, Исраил батшаһына еткерә ала.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 6:12
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Ул кеше арбаһынан төшөп ҡаршыңа килгәндә рухым һинең менән түгел инеме ни? Аҡса йәки кейем, зәйтүн һәм йөҙөм ағастары, эре мал менән һарыҡ-кәзә, ҡолдар һәм ҡолиәләр ала торған ваҡытмы ни? – тине Ильясиғин. –


Шул бала хужабикәһенә: – Хакимым Самариялағы пәйғәмбәргә барһа ине. Пәйғәмбәр уны махау сиренән ҡотҡара ала, – тине.


Алла бәндәһе Ильясиғин, Исраил батшаһының кейемдәрен йыртҡанын ишеткәс, уға: «Нишләп кейемеңде йыртаһың? Ул кеше миңә килһен. Исраилда пәйғәмбәр барлығын белһен», – тигән хәбәр ебәрҙе.


Был хәлгә Арам батшаһы бик ҡаты асыуланды. Ул ярандарын йыйып алды ла: – Әйтегеҙ әле миңә, ҡайһығыҙ Исраил батшаһы яҡлы? – тип һораны.


– Барығыҙ, ҡайҙалығын асыҡлағыҙ. Мин уны әсиргә алам, – тип бойорҙо батша. Уға: – Доҫанда ул, – тип хәбәр иттеләр.


Йылға-һыуҙарыңда тәлмәрйен мыжғып торор, улар һыуҙан сығып һарайыңа, йоҡо бүлмәңә, ятыр-торор урыныңа кереп тулыр, хеҙмәтселәреңдең, тотош халҡыңдың йорт-ерҙәрен баҫыр, мейесегеҙ, икмәк күнәктәрегеҙ тәлмәрйен менән тулыр.


Раббыға ҡаршы торор аҡыл да, зирәклек тә, кәңәш тә юҡ.


Батша хаҡында эстән генә лә яман телләнмә, йоҡо бүлмәңдә байҙар тураһында насар һөйләмә, сөнки осар ҡош хәбәр алып барыр, ҡанатлы ҡош әйткәнеңде сәсеп йөрөр.


Ниәттәрен Раббыға күрһәтмәҫ өсөн Тәрәнгә йәшеренгәндәрҙең башына ҡайғы! Ҡараңғылыҡта эш иткән был бәндәләр: «Беҙҙе кем күрер ҙә кем белер?» – тип әйтер.


Ниәт ҡороғоҙ, тик ул емерелер! Хәбәр һөйләгеҙ, әммә ул бойомға ашмаҫ. Сөнки Алла беҙҙең менән!


Батша Даниилға: – Һин был серҙе аса алғанһың икән, тимәк, ысынлап та, һеҙҙең Аллағыҙ – аллаларҙың Аллаһы, батшаларҙың Хакимы, Серҙәр асыусы, – тине.


Раббы Хаким ҡолдары пәйғәмбәрҙәргә Ниәтен асмайынса, һис ғәмәл ҡылмай.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ