11 Был хәлгә Арам батшаһы бик ҡаты асыуланды. Ул ярандарын йыйып алды ла: – Әйтегеҙ әле миңә, ҡайһығыҙ Исраил батшаһы яҡлы? – тип һораны.
Исраил батшаһы Алла бәндәһе әйткән урынға кешеләр ебәреп, унда йәшәүселәрҙе иҫкәртә һәм улар һаҡ тора. Әллә нисәмә тапҡыр шулай булды.
– Беребеҙ ҙә түгел, хакимым батша, – тип яуап ҡайтарҙы ярандарының береһе. – Исраилда йәшәгән Ильясиғин пәйғәмбәр хатта йоҡо бүлмәңдә һөйләгән хәбәреңде лә белеп, Исраил батшаһына еткерә ала.
Ни өсөн миңә ҡаршы мәкер ҡорҙоғоҙ? Улымдың Ишай улы менән бер һүҙле булыуын берегеҙ ҙә ҡолағыма төшөрмәне. Берегеҙ-бер минең өсөн борсолманы. Үҙ улымдың ҡоломдо миңә ҡаршы боҫҡон ҡорорға ҡотортоуы тураһында әйтеүсе табылманы.
Ҡатын Шаулдың эргәһенә килде. Батшаның ҡото осҡанын күреп: – Мин ҡолоң әйткәнеңде тыңланым һәм, ғүмеремде хәүеф аҫтына ҡуйып, әмереңде үтәнем.