Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 5:27 - Изге Яҙма

27 Шуға күрә Нағамандың махау сире мәңгелеккә һиңә һәм тоҡомоңа күсһен. Гехази пәйғәмбәр янынан ҡарҙай ағарып махау ауырыулы булып сыҡты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 5:27
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был гонаһ Йоавтың үҙ башына, уның бөтә нәҫел-нәсәбенә төшһөн! Йоав йортонда ирлек ағзаһынан гел генә ағынтыһы килеп торған, махау ауырыуына тарыған, таяҡҡа таянған, йәне ҡылыстан ҡыйылған, бер һыныҡ икмәккә мохтаж булған кешеләр өҙөлмәһен.


Раббы Ғазаръяһты язалап, махау сиренә дусар итте. Ғүмеренең аҙағына тиклем батша махау ауырыулы булды һәм үлгәнсе айырым өйҙә йәшәне. Батша һарайына һәм ил халҡына улы Йоҫам етәкселек итте.


Арам батшаһының Нағаман тигән ғәскәр башлығы бар ине. Хакимы уны ифрат ныҡ хөрмәт итә һәм ололай торғайны, сөнки Раббы уларға Нағаман аша еңеү биргәйне. Нағаман бик ҡаһарман яугир ине, тик махау ауырыуынан йонсоно.


Уларға табынып сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.


Шунан Раббы: – Ҡулыңды ҡуйыныңа тыҡ, – тине. Муса ҡулын ҡуйынына тыҡты. Кире сығарғайны, ҡулы махау ауырыуынан ҡар һымаҡ ап-аҡ булған.


Тик һеҙ яманлыҡ иктегеҙ, Хәҙер золом ураһығыҙ; Ялғандың емешен ашанығыҙ – Сөнки үҙ ниәтегеҙгә, Бихисап яугирҙәрегеҙгә алдандығыҙ.


Ҡаһин уны ҡараһын һәм кешенең тиреһе ағарып шешкән, төктәре ағарған һәм шешектәге яра сеп-сей ит икән,


ҡаһин уны ҡараһын, таптағы төктәр ағарғанын, таптың тирегә тәрәнәйгәнен күрһә, был – бешкән урынға сыҡҡан йоғошло тире ауырыуы. Ҡаһин ул кешене нәжес тип иғлан итһен, сөнки был – тире ауырыуы.


Болот сатыр өҫтөнән күтәрелгәс, Мирйәмде, ҡар кеүек булып, махау ауырыуы ҡаплап алғайны. Һарун Мирйәмгә боролғайны, уның махаулы икәнен күрҙе.


Шул мәлдә ҡатын уның аяғына йығылып йән бирҙе. Егеттәр ингәс, ҡатынды үле килеш күрҙеләр һәм, алып сығып, ире янына ерләп ҡуйҙылар.


Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс тә Һананиас йығылып китте һәм йән бирҙе. Барыһын да ишетеп торған кешеләрҙең ҡото осто.


Әммә Петрус уға: – Әгәр, Алла бүләген аҡсаға һатып алырға мөмкин, тип уйлайһың икән, аҡсаларың менән бергә һәләк булырһың! – тине. –


Бөтә яуызлыҡтың башы – аҡсаға табыныу. Ҡайһы берәүҙәр, ҡомһоҙланып, имандан ситләшкән һәм үҙҙәрен күп михнәттәргә дусар иткән.


– Ниңә һин беҙҙе бәләгә тарыттың? – тине уға Йушағ. – Хәҙер инде Раббы һине бәләгә тарытты. Шунан исраилдар күмәкләп Ғаханды һәм уның менән булғандарҙы таш бәреп үлтерҙе лә утта яндырҙы.


Ялған өйрәтеүселәр, ҡомһоҙланып, үҙҙәре уйлап сығарған өйрәтеүҙәре ярҙамында һеҙҙең иҫәпкә байлыҡ туплар. Улар өҫтөнән күптән инде хөкөм тора, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ